

Нуриман районында ҙур ғаилә юл-транспорт фажиғәһенә осраған, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.
Сарва-Воскресенск трассаһында, ҡаршы һыҙатҡа сығып, алдан барған бер нисә машинаны уҙырға маташҡан ваҡытта ВАЗ -2115 машинаһының водителе рулгә идара итә алмай. Һөҙөмтәлә автомобиль юлдан ситкә осоп, әйләнеп ята. Руль артында 35 йәшлек ғаилә башлығы ултырған. Унан тыш ҡатыны, 2, 9, 10 йәшлек ҡыҙҙары һәм өләсәй кеше булған.
Фотоларҙан күренеүенсә, машина ныҡ ҡына зыян күргән. Бәхеткә, барыһы ла иҫән, әммә төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылғандар.
Төбәк дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, балалар махсус креслоһыҙ ултырған. Был юл ҡазаһы буйынса тикшереү бара. Юлдарҙа водителдәр хаҡһыҙлыҡты юғалтмай, юл ҡағиҙәләрен боҙмай йөрөү мөһим икәнен иҫтән сығармаһа ине лә бит.