

Бөгөн Өфөлә төрлө тармаҡтарҙағы эшмәкәрлектә иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙе тәбикләү тантанаһы булды.
Республика көнө алдынан төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
“Республика өсөн 11 октябрь – яҙмышты хәл иткес дата, Рәсәйҙең ысын гәүһәре, Рәсәй федерализмы һәм илебеҙ берҙәмлеге таянысы булған хәҙерге Башҡортостандың тыуған көнө. Барығыҙ ҙа үҙ эшенең ысын оҫталары, талантлы шәхестәр, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың патриоттары. Һәр ҡайһығыҙ – республика ғорурлығы, тәжрибәгеҙ юғары баһаға лайыҡ”, – тине Александр Сидякин.
Бөгөн төрлө тармаҡта эшләгән 70-тән ашыу кеше дәүләт наградаһын алды. Салауат Юлаев ордены кавалеры, “Нефтестрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҫеш буйынса директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рамаҙан Рамаҙанов юғары награданың бөтә коллективтың тырышлығы һөҙөмтәһе булыуын билдәләне. “Республикабыҙҙа барған үҙгәрештәрҙе, Хәбировтың командаһы башҡарған ғәйәт ҙур эште күрәбеҙ. Беҙ ҙә иңебеҙҙе ҡуйырға әҙербеҙ, алда эш күп”, – тине депутат.
Төҙөлөш өлкәһендә 50 йылдан ашыу эшләгән “Жилстройинвест” компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Рәбис Сәлихов бөгөн “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. “Бөгөн беҙҙең тармаҡҡа ихтыяж ҙур, пландарыбыҙ байтаҡ. Киләһе ике-өс аҙнала 1600 ғаилә Өфөләге ике торлаҡ комплексынан яңы фатир асҡыстарын алсаҡ. Барығыҙҙы ла етеп килгән байрам менән”, – тине ул.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исемен алған “ФК Открытие” банкының “Волга буйы” филиалына ҡараған “Өфө” операциялар офисы идарасыһы Айҙар Зөбәйеров, республиканы алда Өфөнөң 450 йыллығы менән бәйле сағыу, йөкмәткеле ваҡиғалар көтә, тигән ышаныс белдерҙе. “Банк өлкәһендә 27 йыл эшләү дәүерендә 80 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителде. Уға предприятиелар һәм торлаҡ йорттар һалынды. Барығыҙҙы ла Республика көнө менән, артабан да үҫәйек һәм ижад итәйек”, – тине Айҙар Зөбәйеров.
Фото: https://www.bashinform.ru/news
Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news