Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 09:10

Һаҡсыллыҡ серҙәре

ru.depositphotos.comru.depositphotos.com
Фото:ru.depositphotos.com

Мираҫ дуҫ-иштәре алдында һәр саҡ үҙенең аҡсаны тотона белеүе менән маһайырға ярата. Ғаилә бюджетын алып барыу тураһында күп уҡый, табыш менән сығымдарҙы теүәл яҙып бара, аҙыҡ-түлекте акциялар буйынса алырға тырыша. Ҡатыны тәүҙә иренең был ғәҙәтенә көлөмһөрәп кенә ҡараһа, аҙаҡ бындай һаҡсыллыҡ йәненә тейә башланы.

Улдары донъяға килгәс тә, хәл әллә ни үҙгәрмәне – һаҡ­сыллыҡ балалар тауар­ҙа­рына күсте. Әнисә бошонманы, ҡасан да булһа иренең холҡо үҙгәре­ренә иҫәп тотто, өҫтәүенә сабый тәрбиәләү күп ваҡытын алды, бәхәсләшеү өсөн форсат булманы. Декрет ялында ултырған­да ла кейем яңыртмай булмауын аңла­тыу ауырға төштө. “Аяҡ кейемдәре иҫкерҙе, пальто ярамай, ҡыҫа”, – тигәненә ире: “Һин бит урамдан ары китмәйһең, ниңә кәрәк һиңә яңы итек? Пальтоны эшкә сыҡҡас алырбыҙ”, – тип кенә яуапланы. Хатта  косметика алырға ла аҡсаһын йәлләгән ирҙең ҡылығы башҡа һый­маҫ­лыҡ, ғәрләнерлек хәл ине. Барыһы ла ҡайны­һы­ның оло юбилей кисәһендә асыҡлан­ды...

Әнисәнең күптән бындай ғаилә байрамдарында бул­ғаны юҡ. Матур итеп кейенеп, балҡып йөрөгөһө килгән ҡатынға ҡыҙ саҡтағы күлдә­ген киңәйтеп тегеүҙән башҡа сара ҡалманы. Байрамға килгән ҡунаҡтар бер аҙ ултырғас, телдәре асылып китеп, эс серҙәре менән уртаҡ­ла­ша башланы. Ми­раҫ­тың атаһы улына һоҡла­ныуын йә­шер­мәне: ”Бындай “текә” маши­наға нисек аҡса йыя алдың? Ә ниңә уны минең исемгә яҙҙыр­ҙың?” – тине. “Шулай кәрәк, – тип кенә әйтеп ҡотолорға уйланы Мираҫ һәм, ғәҙәттәгесә, маҡта­ныуҙан тартынманы. – Ғаиләлә һаҡсыллыҡ кәрәк, бөтәһенең дә минең кеүек ҡулынан килмәй шул”. Әни­сәнең асыу-ярһыуы йөҙөнә сыҡһа ла, бер һүҙ ҙә өндәш­мәҫкә сабырлығы етте.

Иртәгәһенә әйберҙәрен сума­ҙанға тултырған ҡаты­нын күреп, Мираҫ аптыраны: “Ҡайҙа йыйы­наһың? Ашарға ла әҙерләмәгән­һең һаман”, – тип ҡәнәғәтһеҙ­ле­ген бел­дерҙе. “Бына һиңә һаҡ­сыл­лыҡтың тағы бер сере – ғаиләң ни тиклем бәләкә­йерәк, аҡсаң шул тиклем күберәк яның­да ҡалыр”, – тип сабыйын ҡу­лына алып, Әнисә ата-әсәһе янына юл тотто. Бер айҙан айы­рылышырға ғариза биргән йәш әсә тормошон өр-яңы биттән – ҡоршауҙа тотҡан һаҡсыллыҡтан түгел, үҙ-ара хөрмәттән һәм аңлашып йәшәүҙән башларға иҫәп тота.

- Динә Арыҫланова

Читайте нас