Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 08:01

Башҡортостан “Апимондия” конгресына әҙерләнә

Һөҙөмтәле эш алымдары барлана.

Күптән түгел Өфөлә Умартасыларҙың халыҡ-ара онлайн-симпозиумы булды. Был сараны киләһе йыл республикала үтәсәк “Апимондия-2022” халыҡ-ара конгресына әҙерлек тип ҡабул итергә кәрәк. Әлеге йыйында иһә донъяның 124 иленән 2500 кеше ҡатнашты. Донъяның 17 иленән белгестәр һәм ғалимдар, йәғни АҠШ, Рәсәй, Италия, Аргентина, Словакия, Румыния, Бөйөк Британия, Австралия, Төркиә һәм башҡаларҙан. Рәсәй төбәктәренән сарала Башҡортостан, Мәскәү, Рязань, Һарытау, Курск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Краснодар, Камчатка, Алтай крайҙары, Удмурт Республикаһы вәкилдәре сығыш яһаны.

 

Умартасылар менән бәйләнеш булдырыла

 

Сараны асып, “Апимондия” халыҡ-ара федерацияһының умартасылар ассоциа­цияһы президенты Джефф Петтис:

– Хәҙерге заман умартасыларын ниндәй проблемалар борсой, уларҙы нисек хәл итергә, умартасылыҡ эшен һөҙөмтәле итеү юлдары бармы? Симпозиумда ошо һәм башҡа көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләштек. Иң мөһиме – ыңғай миҫалдар һәм кире һөҙөмтәләр тураһында асыҡтан-асыҡ фекер алышыу мөмкинлеге тыуҙы. Шәхсән мине иң ҡыуандырғаны – умартасылар берләште һәм артабан бер көс булып эшләргә әҙерлеген күрһәтте, – тип билдәләне.

Рәсәй умартасыларының милли союзы президенты Арнольд Бутов иһә был сарала телгә алынған проблемаларға йәнә бер әйләнеп ҡайтыу кәрәклеген билдәләне.

– Онлайн-симпозиум барыһы өсөн дә фәһемле булды. Проблемалар асыҡланды, умартасыларҙы борсоған һорауҙар яңғыраны. “Апимондия”ға бер йыл ҡалды. Был сараны беҙ ҡунаҡтар өсөн дә, Рәсәйҙә эшләгән умартасылар өсөн дә ҡыҙыҡлы, иң мөһиме – һөҙөмтәле итеп үткәрергә бурыслы, – тине Арнольд Бутов.

Симпозиум ике көн дауам итте. 40-тан ашыу спикер онлайн тәртибендә сығыш яһаны. “Умартасылыҡ иҡтисады”, “Бал ҡортоноң һаулығы һәм биологияһы”, “Донъя умартасылығы” тип аталған секциялар эшләне.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бөтә донъя умартасыларын бер үк проблемалар борсой. Тәү сиратта баҫыуҙарҙы һәм урмандарҙы ҡоротҡостарҙан эшкәрткән мәлдә бал ҡорттарының күпләп үлеүе һәр ил өсөн көнүҙәк проблема булып тора. АҠШ, Европа илдәрендә, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа тап ошо арҡала бал ҡорттары күпләп ҡырылды.

Симпозиумда ҡатнашҡан эксперттар билдәләүенсә, был проблеманы хәл итеү юлы бер: пестицидтар ҡулланыуҙан тулыһынса баш тартыу һәм биологик препараттарға күсеү. Әммә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр улар менән килешерме? Алтын урталыҡты нисек табырға? Был мәсьәләне хәл итеүҙең тағы бер юлы – умартасылар менән бәйләнеш булдырыу һәм баҫыуҙарҙы, урмандарҙы эшкәртеү алдынан уларҙы ваҡытында иҫкәртеү, бал ҡорттарын бер нисә көн сығармай тороу. Бынан тыш, умарталыҡтар торған ерҙәрҙә махсус “таҙа зона” булдырыу. Башҡортостанда был йәһәттән эш бер аҙ көйләнгәнен билдәләге килә. Умартасылар менән ауыл хужалығы предприятиелары араһында бәйләнеш булдырыу күпселек киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам сараһы булды.

Тағы ла умартасыларҙы иң борсоған мәсьәлә – ялған бал эшләүселәргә ҡаршы көрәш, бал продукцияһының сифатын тикшереү буйынса ГОСТ стандарттарын булдырыу. Белгестәр билдәләүенсә, донъя баҙарында ялған бал продукцияһының күләме ысын балға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

Бал ҡорттарының ауырыуҙары тураһында ла һүҙ булды симпозиумда. Мәҫәлән, варроа талпанына ҡаршы көрәш алымдары ҡайҙа ла бер. Әммә уны дауалауға умартасы­ларҙың ҡарашы төрлөсә: берәүҙәр “даими рәүештә бал ҡорттарына дарыуҙар биреп, дауалап торорға кәрәк” тиһә, икенселәр ауырыуға ҡаршы бөтөнләй ҡаршы тормаҫҡа кәңәш итә. Йәнәһе, был осраҡта иң көслө ҡорттар ғына иҫән ҡала һәм артабан күс көслөрәк буласаҡ, ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләте юғарыраҡ буласаҡ.

 

Иң мөһиме – сифат

 

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, 47-се “Апимондия” конгресының башҡарма комитеты секретары Илшат Тажетдинов, республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, “Апимондия”ның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини (онлайн), республикалағы “Алтын солоҡ” умартасылыҡ продукцияһын һаҡлау һәм таратыу буйынса төбәк-ара үҙәге директоры Марат Хәсәнов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең лаборатория мөдире Алексей Николенко сығыш яһаны.

– Был симпозиум беҙҙең өсөн имтихан булды. Уны уңышлы тапшырҙыҡ, тип билдә­лә­гем килә. Техник хеҙмәтләндереү йәһәте­нән ҡатмарлы эш атҡарылды. Төрлө илдәр менән бәйләнеш булдырыу, уның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеү – ҡатмарлы сара.

Башҡортостан, ил, донъя күләмендә умартасыларҙы борсоған мәсьәләләр тура­һында асыҡтан-асыҡ һөйләштек. Ысын­барлыҡ шул: умартасылар бергәләп бер көс булып тупланғанда, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырғанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.

Башҡортостан киләһе йыл Өфөлә 47-се “Апимондия” конгресын ҡабул итәсәк. Ҡунаҡтар өсөн умартасылар туры әҙерләнек, ә симпозиумды үткәреү был сараға төп әҙерлек булды, – тип билдәләне Илшат Тажетдинов.

– Быйыл Башҡортостанда 12 мең тонна бал йыйып алынған, шуның ете тоннаһы – тауар балы. Балдың мул булыуы хаҡын төшөрөүгә килтерә, шуға бал етештереү­селәрҙе хаҡты төшөрмәҫкә, әлегә бал һатыуҙы сикләп торорға саҡырам.

Республикала пандемия шарттарында бындай ҙур саралар үткәрергә өйрәндек. Тәжрибә тупланды, киләһе йыл “Апимондия-2022” халыҡ-ара сараһын үткәреүгә республика әҙер, – тип билдәләне үҙ сығышында республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Апимондия”ның генераль секретары Риккардо Джаннони-Себастианини панде­мияның иҡтисадҡа ҙур зыян килтереүен телгә алды.

– Пандемияның һөҙөмтәләре әле булһа иҡтисадта сағылыш таба. Ауыл хужалығына, шул иҫәптән умартасылыҡ өлкәһенә ул ныҡ тәьҫир итте. “Апимондия” федерацияһы ла был заман бәләһе арҡаһында планлаш­тырылған сараларҙан баш тартты, шуға хәл итәһе, уртаға һалып һөйләшәһе мәсьәләләр күбәйҙе. Шулай ҙа пандемияның бер ыңғай тәьҫирен инҡар итеп булмай – донъя халҡы экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә иғтибарын арттырҙы. Был исемлектә бал тәүге урында килә һәм сифатлы продукция етештереү, бал ҡорттарын һаҡлау мәсьәләләре көнүҙәккә әүерелде. Симпозиум мәлендә умартасыларҙы борсоған һорауҙар, балдың сифатын тикшереү үҙенсәлектәре, бал етештереүҙе сәнәғәт масштабтарына еткереү кеүек һорауҙарға яуаптар эҙләнде, – тине ул.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА.

 

Марат ХӘСӘНОВ, коммерцияға ҡара­маған “Алтын со­лоҡ” йәмғиәте директоры:

 

– Беҙҙең ойошма тоҡомло бал ҡорт­тарын үрсетеү менән шөғөлләнә һәм уларҙың ауырыуҙары, тоҡомдо нығытыу, генофондты яҡшыртыу мәсьәләләре өҫтөндә эшләй. Был мәсьәләләрҙе фәнни яҡтан нигеҙләп хәл итәбеҙ, ғалимдар менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Таҙа ге­но­фондлы бал ҡорттарын ДНК анализы үткәреп асыҡлайбыҙ. Әле проектҡа дүрт мең ҡатнашыусы йәлеп ителде, улар рес­пуб­ликаның һигеҙ районында урынлашҡан.

Умартасыларҙың бал ҡорттары 80 процентҡа таҙа генофондлы булһа, улар менән эш башлайбыҙ. Әлеге мәлдә ундайҙар республиканың Бөрйән, Яңа­уыл, Иглин, Мишкә район­дарында ғына табылды. Бал ҡорт­тарының генофонды тикшерелгәндән һуң, был умар­тасы­лар­ҙың эргәһендә 25 километр радиуста баш­ҡa төр бал ҡорттары тоторға ярамай.

– Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы тоҡомдо һаҡлау буйынса атҡарылған эшкә етди ҡарай һәм һәр яҡлап ярҙам итеү юлдарын эҙләй. Мәҫә­лән, әле тоҡомло бал ҡорттары һатып алған умартасыларҙың сығым­дарының 50 процентын ҡаплау тура­һында проект әҙерләнә. Сифатлы, то­ҡомло бал ҡорт­тарының хаҡы ла юғары икәне билдәле, тимәк, етеш­те­релгән продукцияның сифаты ла һәйбәт була­саҡ. Был артабан ғәҙелһеҙ етеш­тереүселәр һәм сифатһыҙ бал ҡорттары һатыусылар менән көнәр­кәшлек итергә мөмкинлек бирәсәк.

Читайте нас