

Бөгөн “Башҡортостан” республика гәзите хеҙмәткәрҙәре – баш мөхәррир урынбаҫары Самат Азаматов менән хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Ейәнсура районында командировкала. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов район тураһында һөйләне, бүтән төрлө яңылыҡтар менән таныштырҙы.
– Агросәнәғәт комплексы үҫеш кисерә, быйыл кукуруздан мул уңыш алдыҡ, – тип хәбәр итте Дәмин Юланов. – Әйткәндәй, кисә генә Мәскәүҙән “Алтын көҙ” күргәҙмәһенән ҡайттым. Сара юғары кимәлдә ойошторолған.
Дәмин Марат улы билдәләүенсә, райондағы “А7-Агро” хужалығы райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә, бынан тыш, райпо табышлы эшләй.
Фото: Илдар Аҡъюлов.