Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 09:40

“Байыҡ”тың финалына саҡырыу алған

Көләс йөҙлө, нескә билле һылыуҡай Ләйсән Сапарова 2003 йылда Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуған.

Бала саҡтан бейеүсе бу­лырға хыяллана ул. Тәү­ге сығыштары менән ата-әсәһен, туғандарын ҡыуан­дырһа, үҫә килә мәктәп, ауыл клубы сәхнәләрен яулай.

Әле Ләйсән Сибай сән­ғәт колледжының хореография бүлегендә уҡып йөрөй. “Арҡайым” хореографик миниатюралар ансамблендә бейей. Яңы­раҡ башҡорт бейеүен баш­ҡарыусылар­ҙың “Байыҡ-2021” республика телевизион конкурсында ҡат­нашып, финалға са­ҡы­рыу алып ҡайтҡандар. Бала саҡ хыялына бәләкәй аҙым­дар менән бара тырыш ҡыҙ.

Әүҙем тормошто ярат­ҡан Ләйсән Зәкир ҡыҙы шулай уҡ волейбол, футбол  кеүек спорт төрҙәре менән дә мауыға. Килә­сәктә “Баш­ҡортос­тандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем яулап, сит илдәрҙең матурлығын күрергә тигән маҡсат ҡуйып, ҡыйыу атлай ғүмер үренә.

Беҙҙең бәйге дауам итә! Конкурста һынау тотор өсөн түбән­дәге талап­тарҙы үтәү мөһим: матур, сифатлы фото­һүрә­тегеҙ менән бергә үҙегеҙ­ҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫе­үегеҙ, ярат­ҡан шөғө­лөгөҙ, ҡаҙа­ныш­тарығыҙ тура­һында хат яҙып ебәрегеҙ.

Беҙҙең электрон адрес:  bashkortostan.gazeta@mail.ru

1-се турҙа һылыу­ҡай­ҙар үҙҙәре менән та­ныш­тыра. 2-се турға сығыу­сылар интернет киңлек­тәрендә тауыш йыясаҡ.

Финалға үтеүселәрҙе жюри ағза­лары баһа­лая­саҡ. Интернет киң­лек­тәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыу­ҡайы” но­ми­нация­һын­да билдә­ләнәсәк.

Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһала­саҡ һәм бәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фоторәсеме гәзит календарын биҙә­йәсәк.

Рәзилә АБЫҘГИЛДИНА

Читайте нас