Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 06:13

Берҙәм булайыҡ, татыу йәшәйек

Рәшит Шәкүр, Башҡортостан­дың халыҡ шағиры, ғалим, публицист:

– Республикабыҙ халыҡтар татыулығын һаҡ­лауға үҙ өлөшөн индерә. Башҡор­тостаныбыҙ күп милләтле булып йәшәүен һәм үҫеүен дауам итә. Ошо нигеҙҙә артабан да алға барабыҙ. 

Башҡор­тостанда халыҡтар дуҫлығы граждан­дарҙың типә-тиң булыуы менән бил­дә­лә­нә. Милләтенә, диненә айырып ҡарамай, һәр кеше тиң хо­ҡуҡ­тарҙан файҙалана. Милли телдәр, мәҙәниәттәр үҫеше­нә лә шарттар тыу­ҙырыла. Әй­тәйек, республикабыҙҙа төрлө милләт балалары туған телен өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта Башҡор­тос­танда ике дәүләт теле ҡанунлаш­тырылған.

Былар барыһы ла – республикала милләт-ара та­тыу­лыҡ, үҙ-ара гармониялы мөнәсәбәт­тәр­ҙең сағы­лы­шы. Ошо татыулыҡ һәйбәт емештәрен бирә. Та­тыулыҡты һаҡ­лайыҡ. Бергә булайыҡ, бер­ҙәм булайыҡ, төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара татыу йәшәйек!

 

Лариса АБДУЛЛИНА, шағирә, журналист:

– Республика көнө – Башҡортостандың төп байрамы. Бай тарихлы, үҙ ҡуйынына килгән күпме халыҡты һы­йындырған изге еребеҙ – ул беҙгә ата-бабаларҙан мираҫ.

Рәсәйҙең иң гүзәл төбәгендә һуңғы йылдарҙа милли проекттарға, төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың үҫешенә ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов – заманында туған телебеҙҙе, СССР дәүлә­тен­дәге бар милли баҫ­маларҙы һаҡлауға ҙур өлөш индергән шәхес. Һәр беребеҙ ана шулай халыҡты, республиканы – ҙур Ватанды үҫтереү өсөн хеҙмәт итәйек!

 

Зәйнәп СОБХАНҒОЛОВА, Белорет ҡалаһын­дағы 20-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыу­сыһы:

– Республика көнөн матур осорҙа – алтын көҙ миҙ­ге­лендә, уңыш йыйыу мәлендә байрам итәбеҙ. “Иҫән­лектә ейергә яҙһын!” – тип теләр инем, сөн­ки өҫтә­лебеҙҙә ри­зыҡ булһа, тормошобоҙға ла бә­рәкәт килә. Респуб­ли­ка­быҙҙа бының өсөн уңай­лы шарттар тыуҙырылған, иренмәй эшлә генә.

Уҡытыусы һөнәренең бәҫен, абруйын күтәреү маҡ­сатында Хөкүмәтебеҙ тарафынан да күп ыңғай эштәр башҡарыла. Хеҙмәтеңдең баһаланыуын кү­реү – үҙе ҙур бәхет! Бай­рам алдынан Баш­ҡор­тостандың Мәғариф министр­лығынан ҡотлау һүҙ­ҙәре ишетеү – һөнәреңә тоғролоҡ, һөнәри оҫталыҡ һөҙөмтәһе ул.

Атайым, мин уҡытыусы дипломын алғас, ҡотлап: “Дипломыңдың мәнфәғәтен күр. Һөнәреңә тоғро ҡалһаң, уңышлы булырһың”, – тигәйне. Әммә беҙҙең һөнәр бы­ның менән генә сикләнмәй, беҙ киләсәк быуынды Тыуған илебеҙҙең таянысы, илһөйәре итеп тәрбиәләргә бурыс­лыбыҙ һәм ошо маҡсатҡа тоғро ҡалабыҙ.

Матур заманда йәшәйбеҙ, сөнки туған телебеҙҙә уҡый алабыҙ. Туған тел булараҡ, уҡытыуҙы ла, дәү­ләт телен дә атай-әсәйҙәр үҙҙәре һайлай ала. Киләсәктә лә көслө, күсле илдә, тыуған респуб­ли­ка­быҙҙа йәшәргә яҙһын!

 

Йәүҙәт МӨХӘМӘТШИН, “Башавтотранс” шоферы:

– Республиканың йылдан-йыл матурая, төҙөк­ләнә ба­­рыуын беҙ, шоферҙар, ҡалғандарҙан яҡ­шыраҡ кү­рә­беҙҙер, моғайын. Һәр хәлдә, елдереп үтерлек шыма юлдарҙың артыуын, заман талаптарына ярашлы һы­ҙаттар, свето­форҙар, туҡтал­ҡалар эшләнеүен көн һайын ҡарап үтәбеҙ.

Беҙҙең “Башавтотранс” дәүләт унитар пред­прия­тиеһы – Башҡортостандың иң ҙур транспорт комплексы. Бөгөн уның составына 20 филиал инә, республика ҡалалары һәм ауылдарында 28 филиалы эшләй, егермегә яҡын автовокзал бар. Быйыл беҙҙең предприятиеның ойошторолоуына 100 йыл тулды. Һуңғы йыл­дарҙа “Башавто­транс”тың техника паркы күп кенә яңы автобустар менән яңыртылды.

Мин утыҙ йылға яҡын инде Өфө – Красноусол мар­шрутында пассажирҙар автобусы йөрөтәм. Тырыш хеҙ­мәтте беҙҙә һәр саҡ тейешенсә баһа­лайҙар, мин дә “Башавтотранс”тың Почет грамо­таһына, баш предприятиеның һәм үҙебеҙҙең АТП-ның рәхмәт хаттарына лайыҡ булдым.

Читайте нас