

Әлмисаҡтан донъябыҙҙың ҡоролошо – яҡшылыҡ менән яманлыҡтың мәңгелек көрәше. Әҙәм балаһы өсөн, хатта ваҡыт-ваҡыт яуызлыҡ өҫкә ҡалҡҡан хәлдә лә, яҡтылыҡтың барыбер еңәсәгенә ышаныу мөһим. Был ышаныс һулар һауа кеүек кәрәк, сөнки уның юғалыуы рухыбыҙҙы һүндереүгә тиң.
Бөтә ғүмерен ғәҙеллекте фиҙакәр яҡлауға арнаған арҙаҡлы уҙаман – Рәсәйҙең почетлы прокуратура хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы Лермонт Зөлҡәрнәй улы Насиров хаҡындағы яҙма күңелдәрҙә ошо мөҡәддәс инанысты нығытыр, тип уйлайбыҙ.
Ғаиләнең терәге
Халҡыбыҙҙың данлы Мең ырыуы улы ул. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килеп, бәләкәйҙән шәфҡәтһеҙ һынауҙар менән сыныҡҡан быуындан.
– Атайым Зөлҡәрнәй Миңхәбир улы һуғыштан ҡаты яраланып ҡайтты. Ул ваҡытта беҙ Дәүләкән районының Горчаки ауылында йәшәй инек, – тип иҫенә төшөрә аҡһаҡал ауыр йылдарҙы. – “Балам, тор, атайың менән хушлашып ҡал”, – тип уятты мине нәнәйем бер иртәлә. Улар ҡартатайым менән күрше ауылдан иртүк килеп еткән. Атайым һикелә йоҡлап ҡына ятҡан кеүек. Башынан оҙаҡ итеп һыпырып торғаным хәтерҙә...
Атайымды ерләгәндән һуң, беҙ уның тыуған еренә – Әлшәй районының Ташлы ауылына күсендек. Ауыр заманда бергә йәшәү еңел булыр тип, беҙҙе ҡартатайым менән нәнәйем алып ҡайтып китте. Ни арба, ни сана түгел, аяҡ аҫты быстырҙап ятҡан апрель ине...
Халыҡ колхозда хеҙмәт хаҡы күрмәйенсә, “таяҡ”ҡа эшләгән, аслы-туҡлы көн иткән үтә ауыр дәүер. Лермонт бәләкәйҙән әсәһенең, ҡустыһының, һеңлеһенең терәге була, крәҫтиән хеҙмәтенең бөтә ауырлығын татып буй еткерә.
“Әсәйем Зәбирә Вилдан ҡыҙы абруйлы уҡытыусы булды. Ғаиләбеҙҙә ғилем бөтә байлыҡтарҙан өҫтөн һаналды”, – тип һөйләй Лермонт Зөлҡәрнәй улы. Белем алыу теләге иҫ китмәле көслө булған үҫмер, күрше Шахта ауылында етенсене тамамлағас, уҡыуын район үҙәге Раевкалағы 1-се башҡорт мәктәбендә дауам итә. Эшләп сыныҡҡан ауыл егете артабан өс йыл Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итеп, саҡматаштай нығынып ҡайта.
Ул заманда белемгә ынтылған күп йәштәргә көндөҙ эшләп, кисен уҡып һөнәр алырға тура килә. Лермонт Насиров та шулай итә: биш йыл дауамында Өфө нефть эшкәртеү заводы слесары кистәрен Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетына лекцияларға йүгерә.
Уҡыу йортон уңышлы тамамлаған йәш белгесте Саҡмағош районы прокуратураһына тәфтишсе итеп ебәрәләр. “Был вазифала туплаған ҡиммәтле тәжрибә ғүмер буйы һөнәри таяныс булды”, – тип әйтәсәк ул һуңынан. Төплө белеме, донъяға тәрән ҡарашы, иҫ киткес хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән егет тиҙ арала абруй яулай.
1975 йылда Насировты Советтар Союзының йөҙҙән ашыу иң яҡшы тәфтишсеһенән торған бригада менән Үзбәкстанға, ришүәтселеккә бәйле үтә ҡатмарлы енәйәт эштәрен тикшерергә ебәрәләр. “Бер йыл эсендә бөтә Үзбәкстанды урап сыҡтыҡ. Ябай халыҡ көнитмеше менән юғары даирәләге ришүәтсе етәкселәр тормошо араһындағы айырма ер менән күк кеүек ине”, –тип иҫенә төшөрәсәк һуңынан Лермонт Зөлҡәрнәй улы. Ул “Үзбәк ССР-ында айырыуса ҡурҡыныс енәйәттәрҙе тикшергәндә хеҙмәт бурысын өлгөлө башҡарыуы өсөн” СССР Генераль прокуратураһының Рәхмәт хатына лайыҡ була.
Ул биргән һабаҡтар
...1977 йылдың февралендә Лермонт Насиров Ейәнсура районы прокуроры булып эш башлай. Тап ошо хозур тәбиғәтле төбәктә уҙған 10 йыл унда иң сағыу, йылы хәтирәләр ҡалдырасаҡ, ә үҙе ғәжәйеп яҡты күңелле ейәнсуралар өсөн бер туғандай яҡын кешегә әйләнәсәк. Өфөгә күсеп киткәс иһә, Ейәнсура өләсәйҙәре, Насировты эҙләп табып, байтаҡ ваҡыт кәңәш һорап килеп йөрөйәсәк, уларҙың күбеһенә дауаханаларға ла ятырға ярҙам итәсәк әле ул.
Лермонт Зөлҡәрнәй улы халыҡтың ошо тиклем оло һөйөүен яулауға нисек өлгәшкән һуң? Бының серен Насировтың уҡыусыларының береһе, хеҙмәт юлын Ейәнсура прокуратураһында башлаған Фәнил Әүхәҙи улы Әҡсәнов аса. “Ҡустым, прокуратура тупһаһы аша атлап үткән һәр кемде, ҡабул итеү көнөндә килгәнме ул, юҡмы, илтифат менән тыңла, закон нигеҙендә ярҙам итәсәгеңде аңлат. Бәлки, ул ошо ишекте ҡыйыр-ҡыймаҫ тәүге тапҡыр асҡандыр, бәлки, һуңғы өмөт менән килгәндер. Әҙәмсә ҡабул итмәү уның ғәҙеллеккә, закондарға ышанысын ғүмерлеккә селпәрәмә килтереүе бар”, – Лермонт Зөлҡәрнәй улының был һүҙҙәре бөгөн дә ҡолаҡта яңғырап торған кеүек”, – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты ул.
Совхоздар гөрләп эшләгән, мал күпләп үрсетелгән ваҡыт. Көндәрҙән-бер көндә райондағы ҙур хужалыҡтарҙың береһенән быҙау ҡараусылар мөрәжәғәт итә. Баш баҫып эшләргә күнеккән ауыл ҡатындары сабырлыҡтары бөткәнгә, сараһыҙлыҡтан килә. Баҙнатһыҙ ғына үҙ зарын һөйләп бирәләр: “Быҙауҙарҙы бала һымаҡ ҡараһаҡ та, үлеү осраҡтары бар, ә зыянды хеҙмәт хаҡынан тотоп ҡалалар. Хәләл аҡсабыҙҙың яртыһы ла ҡулға инмәй”. Лермонт Зөлҡәрнәй улы иртәгәһенә үк ауыл хужалығы идаралығы етәксеһен, совхоз директорын, райондың баш ветеринария табибын саҡыртып ала. Законһыҙлыҡҡа кәртә ҡуйыу, быҙау ҡараусыларҙың ошоғаса тотолоп килгән аҡсаларын кире ҡайтартыу өсөн бер етди әңгәмә етә. Һәм ул һөйләшеү етәкселәрҙе хеҙмәт кешеһен ҡыйырһытыуҙан ғүмерлеккә ваз кистерәсәк һабаҡ була.
“Башҡа барыр еребеҙ юҡ”, – ти күҙ төбәп мөрәжәғәт итеүселәр. Колхозда ҡыҙыу эш ваҡытында механизмда имгәнеп, бер ярҙамһыҙ ҡалған ирҙең ғаиләһе лә шулай тип килә. Һаулығы ҡаҡшағас, ҡәҙере киткән крәҫтиәндең хоҡуҡтарын Ейәнсура прокуратураһы яҡлап сыға. Производствола хәүефһеҙлек шарттары тыуҙырырға тейеш булып, быны эшләмәгән кешеләр яуап тота, сәләмәтлегенә зыян килгән уҙаманға дауаланыу өсөн аҡса бүленә.
– Дәүләт һәм йәмғиәт мәнфәғәте, кеше хоҡуҡтары тип янған етәксебеҙ беҙҙең өсөн бөтә яҡлап өлгө булды. Мин һәр ваҡыт унда кешелеклелек, выждан, юғары профессионализм, талапсанлыҡ кеүек сифаттарҙың ғәжәйеп матур булып үрелеүенә һоҡландым. Атайҙарса ҡайғыртып, көнитмешебеҙҙе көйләүен, йәшәү, эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуын һис оноторлоҡ түгел. Мәҫәлән, Ейәнсураға йәш белгес булараҡ килеп төшөүемә фатир әҙерләп ҡуйғайны. Бәпесебеҙ тыуғас, хатта торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан һыу йылытҡыс яйланма килтереүҙәрен хәстәрләне. “Мөһим хәл-ваҡиғаларҙы закон бизмәне аша баһалаған һөнәр эйәһен көндәлек тормош хәстәре йонсота икән, хеҙмәтенең файҙаһы самалы”, тигән фекерҙә ине етәксем, – тип хәтерләй Фәнил Әүхәҙи улы.
Саҡ ҡына алғараҡ китеп, шуны әйтәйек: Ейәнсурала тәжрибә туплап ҡанат нығытҡан Фәнил Әҡсәнов оҙаҡ йылдар Учалы район-ара, Нефтекама ҡалаһы, баш ҡалабыҙҙың Киров районы прокуроры булып эшләп, отставкаға сыға. “Коллективты татыу ғаилә итеп туплау йәһәтенән дә, закондарҙың үтәлешен күҙәтеү өсөн хакимиәт, суд, милиция органдары, ведомство-ара комиссия менән эшлекле мөнәсәбәттәр булдырыу буйынса ла Лермонт Зөлҡәрнәй улынан алған һабаҡтарға таяндым. Һәм, тап ул өйрәткәнсә, һәр ваҡыт намыҫ-выждан юлдашым булды”, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.
“Беҙҙе талантлы шәхес итеп күрҙе”
Ейәнсурала ғына түгел, Мәләүез районы, Өфө ҡалаһы прокуратураларында ла Насировтың ҡабатланмаҫ һөнәри мәктәбен үткән хоҡуҡ белгестәре был һүҙҙәргә ихлас ҡушылыр, моғайын. Лермонт Зөлҡәрнәй улының шәкерттәре хәҙер инде олпат йәшкә еткән, үҙ өлкәләрендә лайыҡлы абруйға өлгәшкән. Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юстиция полковнигы Елена Ғариф ҡыҙы Фәтхетдинова баш ҡалабыҙ прокуратураһында Лермонт Зөлҡәрнәй улы етәкселегендә эшләгән йылдарын бына нисек итеп хәтерләй:
– Уның һымаҡ иҫ киткес кешелекле берәүҙе лә белмәйем. Һәр кемебеҙҙе ул егәрле, талантлы шәхес итеп күрҙе һәм беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның өмөттәрен аҡлау өсөн бар көсөбөҙҙө һала торғайныҡ. Иҡтисади, сәнәғәт үҙәге булған Өфөбөҙҙә законлылыҡ күҙәтелһен өсөн яуаплы прокурорҙан ни тиклем профессионаллек, рух ныҡлығы, фекерләү киңлеге талап ителгәнен әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй. Мегаполиста айырыуса хәтәр һәм ҡатмарлы енәйәт эштәренең бихисап булыуын һөйләү шулай уҡ артыҡ булыр. Улар буйынса Юғары судҡа ебәрелгән ғәйепләү һығымталарының кире ҡайтарылмауы иһә – һәр эштең тәрән, киң яҡлы һәм тәфсирләп өйрәнелеүенә дәлил. Бәләкәй генә хатаның тотош яҙмыштарҙы ҡыйратырға ихтималлығын бер ҡасан да иҫтән сығарманыҡ. Ҙур предприятиелар коллективтарында эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауға, социаль йүнәлешле мәғариф ойошмаларында балалар мәнфәғәтен боҙоуҙарға юл ҡуймауға бигерәк тә етди иғтибар бирелде. Лермонт Зөлҡәрнәй улының эҙмә-эҙлекле, төплө эш стиле, асылды күрә белеү оҫталығы беҙгә лә күсте. Һәм уның шул саҡтарҙағы һөнәри һиҙемләүенә әле булһа таң ҡалам.
...Быйыл йәй 80 йәшен тултырған Лермонт Зөлҡәрнәй улы аҡҡошло күлдәре, көмөш шишмәләре, Килен ташы кеүек мөғжизәле ҡомартҡылары менән дан тотҡан тыуған ауылында йәшәй. Йәннәттәй баҡсалар үҫтереп, унда бал ҡорттары үрсетә. Борон-борондан ата-бабалары төйәге булған Ташлыға ҡайтыуына быйыл теүәл егерме йыл. “Ер йөҙөндәге иң матур ер ул минең өсөн. Ошонда, ожмах һымаҡ урында, донъялағы иң гүзәл ҡатын – йәшләй ҡауышҡан Люциәм менән алтын көҙҙәрҙе ҡаршылауыма бәхетлемен”, – ти аҡһаҡал.
Йәш сағында бөтә тирә-яҡта сибәрҙәрҙең- сибәре булған Люциә апайҙан бөгөн дә йәнде имләр йылы нур бөркөлә. “Мәктәпте бөткәс, апайығыҙ бер аҙ ауыл кибетендә эшләне, ағас артынан урман яҡтарына Ташлы аша йөрөгән Дим башҡорттары уны бер күреп һоҡланыу өсөн генә лә кибеткә махсус туҡтала торғайны”, – ти, йылмайып, Лермонт Зөлҡәрнәй улы.
Люциә ханым да, уның кеүек үк, көндөҙ эшләп, кисен уҡып, Өфөлә Совет сауҙаһы институтын тамамлай, ғүмере буйы иҡтисадсы була. Был күркәм пар ике ҡыҙға ғүмер биргән. Гөлнара менән Гөлназ атай юлынан киткән – икеһе лә юрист. Гөлнараның улы Ринат БДУ-ның Хоҡуҡ институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, Гөлназдың улы Нариман иһә әлеге көндә Мәскәүҙә хоҡуҡ белгесе һөнәренә уҡып йөрөй.
Йәйҙең хозур көндәрендә шатлыҡ өҫтөнә йәнә бер шатлыҡ өҫтәлгән: законлылыҡты нығытыуҙағы оҙайлы фиҙакәр хеҙмәте һәм 80 йәше тулыу уңайынан Лермонт Зөлҡәрнәй улы ҙур дәүләт бүләге – Ягужинский исемендәге миҙалға лайыҡ булды. Был награда айырыуса ҙур ҡаҙаныштар күрһәткән прокуратура хеҙмәткәрҙәренә бирелә.
Изгелек һәм ғәҙеллек яугире булған остазыбыҙҙы ошо һөйөнөслө ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм тап уның шәкерте булыуыбыҙҙы оло бәхет итеп күрәбеҙ.
- Бер төркөм уҡыусылары.