

Һәр дәүләттең дәүләт символдары бар, һәм улар уның тарихын, йолаларын, дәүләт сәйәсәте ҡиммәттәрен, өҫтөнлөктәрен сағылдыра. Башҡортостандың дәүләт символдары ошо талаптарға, һис шикһеҙ, яуап бирә.
Бәхетленең байрамы бергә тигәндәй, 11 октябрҙә Республика көнөн билдәләһәк, 12 октябрь Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм гербы тураһындағы закондарҙы ҡабул итеү көнө булараҡ тарих битендә теркәлгән.
Республиканың Дәүләт гербы буйынса эш йыл ярымдан ашыу дауам итә һәм 1993 йылдың 12 октябрендә БР Юғары Советы “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы тураһында” Закон ҡабул итә. Республика парламенты тарафынан ҡабул ителгән проектты “Китап” нәшриәте рәссамы Фазлетдин Ислахов яһай.
Ошо уҡ көндә — 12 октябрҙә “Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны” тураһында Закон ҡабул ителә. Фәрит Иҙрисовтың “Республика” тантаналы көйө Башҡортостандың дәүләт гимны булып тора. 2008 йылда уның һүҙҙәре лә ҡабул ителде. Авторҙары – шағир Рауил Бикбаев һәм ғалим Рәшит Шәкүр.
Гимн, герб хаҡында фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынып, бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.
Гөлшат ЗАКИРОВА, Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры:
– Үҙебеҙҙең гимн һәм герб булыуы – ул ғорурлыҡ, хужалыҡсылыҡ билдәһе. Уларҙың халыҡҡа тәьҫир итеү көсө шул тиклем көслө һәм оло мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, спорт ярыштарында спортсыларҙы оло еңеүҙәргә әйҙәй.
Илнур ӘХМӘТШИН, Белорет ҡалаһының Йәштәр үҙәгенең хәрби-илһөйәрлек клубы мөдире:
– Гимн минең өсөн рухты күтәргән моң һәм йыр – беҙҙең азатлыҡ, иреклек билдәһе. Республика гербына ла оло мәғәнә һалынған.
Йәш быуында илһөйәрлекте тәрбиәләү йүнәлешендә эшләүемә бәйле сараларҙа гимнды ла, гербты ла йыш ҡулланам. Бер байрам да уларһыҙ үтмәй. Гимн һәм герб үҫеп килгән быуында тыуған ергә, илгә һөйөү тәрбиәләүҙә лә ярҙам итә.
- Р. ХӨСНУЛЛИНА.