Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 08:58

Сихри-серле “галактика” уҙаманы

Ҡайындар ҙа оло шәхес алдында баш эйгән...

Авторҙың шәхси архивынан.Авторҙың шәхси архивынан.
Фото:Авторҙың шәхси архивынан.

Яҡташтарым – Маҡар районы (хәҙер Ишембай) студенттарын күмәк фото төшөүгә ойоштороусы күренмәгәс, һабаҡташтарыма белдереү яҙып тоттороп, төрлө уҡыу йорттарына барып, иғлан таҡталарына йәбештереп сығырға кәрәк, тип ебәрҙем. Үҙем Башҡортостан дәүләт медицина институтына юл тоттом.

Институт холында ара-тирә ҡаранып йөрөгәндә күҙемә Почет таҡтаһындағы бер фотоһүрәт эләкте. Текләберәк ҡараһам, “Ленин стипендиаты Зәйнулла Ғәбиҙуллин” тип яҙылған. Бәй, был бит беҙҙең Зәйнулла. Мәктәптәшем. Класташым. Көтөлмәгән осрашыуға ҡыуандым, аптыраным, ғәжәпләндем.

 

Халыҡ файҙаһына

 

Беҙҙең Маҡар ауылына алты-һигеҙ саҡрымда ятҡан Үрге Әрметтән йөрөп уҡый ине ул.

IX-X параллель кластарҙа уҡыһаҡ та, әллә ни аралашыу булманы. Ул үҙе лә яҡы­найыр­ға атлығып тормай, хатта бер аҙ йомоғораҡ та кеүек. Үҫмер холҡо ниндәйҙер етдилеккә лә тартым. Уҡыуҙы артыҡ ырат­ҡандай тойолмай. Йөрөп уҡығас, мәктәп тормошонда ҡатнашырға ла ваҡыты етмәй. Шулай ҙа IX кластан һуң Маҡар дауаханаһы тирәләй ҡойма ҡойорға ялланғас, ни өсөндөр иптәшкә уны саҡырҙым.

Бала сағы ла, үҫмер йылдары ла ауыр­лыҡ­та үткән, бөгөн матди мохтажлығы күре­неп торғанғамы икән, уға өндәшкәнмен. Уның да форсаты тейгәндә аҡса эшләп алғыһы килгәндер, шунда уҡ ризалашты.

Йәйге матур көндә рәхәтләнеп икәүләп эшләп йөрөйбөҙ. Нимәләр хаҡында һөйләш­кәнбеҙҙер ул дүрт-биш көн эсендә, тик килә­сәк яҙмыш, мәктәпте бөткәс, эш һәм уҡыу тураһындағы пландар менән уртаҡлаш­маныҡ. Әммә ул көндәр беҙҙе яҡынайтты.

Уҡыуҙы бөткәс, таралыштыҡ. Мин Өфөгә уҡырға киттем, класташым – әле мин бел­мәгән үҙ юлынан. Ул медицина училище­һында уҡыған, районда Урман-Бишҡаҙаҡ тигән ауылда эшләй, тип ишеткәйнем. Беҙ Ишембайҙа йәшәгәндә улыбыҙ Азамат менән уларҙың ҡыҙҙары Резеда бер үк балалар баҡсаһына йөрөнө, шунда һирәк-һаяҡ күреш­кәнбеҙҙер ҙә. Ә хәҙер бына – медицина институтында.

Уҡыуға һыуһап, етди ниәт менән килгән­дер инде, гел генә “бишле”гә уҡый. Етди тигәнем аҙағыраҡ – ул институтты ҡыҙыл дипломға тамамлап, бер аҙ Салауат ҡала­һында инфекционист булып эшләп, аспиран­тураға юлланғас асыҡланды. Үҙенең аныҡ маҡ­сатын билдәләгән – ҡасан, ҡайһы осраҡта, ниңә фәҡәт ошо медицина өлкәһен­дә эшләү, ғалим булыу, ғилми дәрәжәләргә өлгәшеү, юғары уҡыу йортонда, фәнни лабораторияларҙа эшләү юлына баҫырға ҡарар иткән – үҙе белә.

Холҡондағы беҙ мәктәптә шәйләп өлгөр­мәгән ныҡышлығы, һайлап алған юлынан тайпылмауы, маҡсатына атлағанда бар ғәҙәт-ҡылыҡтарын бер усҡа йыйнап ала белеүе, тырышлығы, халыҡта таралған “башҡорт үҙһүҙлелеге” төп таяныс булған уға “алға юл ярғанында, ял белмәй барға­нында”. Күрәһең, тупланған ғына тормош тәжрибәһе юл башында уҡ үҙенә оло маҡсат ҡуйырға кәрәклеген еткергәндер. Бәлки, интуитив рәүештә, кемдер әйткәнсә, оло маҡ­сат­ҡа тоҫҡарға кәрәк – тейҙереүе еңелерәк икәнлеген тойғандыр. Уның өсөн ҡара тырыш булыу, хәләл көсөңдө түгеү, ал-ял белмәй, көндө төнгә ялғап эшләү кәрәк икәнен белеү фиғеле хас.

Шөкөр, быларҙың барыһы ла, алдағы тор­мош күрһәткәнсә, Зәйнуллаға мул бирелгән. Иң мөһиме – ул ошо сифаттарын бик матур, һөҙөмтәле итеп, дөйөм халыҡ файҙаһына тотондо.

 

Дуҫымдың хәйәте

 

Беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе яңыртҡан – яйлап-яйлап дуҫлыҡ кимәленә еткергән осраҡлы осрашыу 70-се йылдар уртаһында мин Ишембайҙан Өфөгә яңы эшкә күскәс булды. Фән өлкәһендә ныҡлап шөғөлләнгән, медицина институтында эшләгән яҡташым, ғаиләләребеҙ менән дә осрашыу йышая барҙы.

Зәйнулла хәйәттәге тормошо менән бер рәттән ниндәйҙер бер параллель донъяла йәшәгәндәй тойола ине. Күҙгә лә күренмәгән, ҡолаҡҡа ла ишетелмәгән, тотоп-ҡапшап булмаҫтай, йөҙ-ҡиәфәте беленмәгән микроб донъяһында. Фәнни ҡыҙыҡһыныу, тикшере­неү өлкәһе булған был билдәһеҙ, серле өлкәгә яратып, башкөллө сумды. “Ысынлап та, Тәлғәт, ғәжәйеп бер галактика ул – микробтар донъяһы”, – тип аңлатыр ине дуҫым.

“Ул донъя ла үҙенсә бүленгән. Уның эсендә бактериялар иле, вирустар иле, паразиттар иле бар. Улар бар тарафтарҙы, бөтә ерҙе, һыуҙы, һауаны, үҫемлектәрҙе, хайуандар донъяһын, Homo sapiensты яулап алған. Бер секундҡа туҡтамай, ял итмәй, мыжғып торған ғаләм. Микробтарһыҙ кешелек юҡ, тере донъя юҡ. Бактерияны ғына алып ҡарағанда ла – уларҙың бит бөтәһе лә насар түгел. Дөрөҫ, улар ваба, себер язваһы, пневмония, чума, менингит кеүек сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә “булышҡан”. Әммә уларҙың яҡшылары ла бар. Кеше организмында, ғалимдар әйтеүенсә, 39 триллион бактерия йәшәй. Хатта шаярыу ҙа бар, “әҙәм тәне фәҡәт бактерияларҙан тора”, тигән. Шулай булғас, ниңә галактика булма­һын инде? Ә вирус тигәне, – тип дауам итә ликбезды ҡорҙашым – хәтәрерәк тә, ҡурҡы­нысыраҡ та. Тик тере күҙәнәктә генә йәшәгән вирустар киҫәксәһе бактерияларҙан 100 тап­ҡырға кесерәк булыуына ҡарамаҫтан, улар бактерияларҙы ла тотоп “ашау” һәләтенә эйә”.

“Был киҙеү, иммунодефицит, гепатит тигән сирҙәрҙе хасил иткән – һөйләшеү бө­гөн барһа, мотлаҡ “коронавирус” тип тә өҫтәр ине ғалим, – генетик кимәлдә үк, йәғни яралыу мәлендә үк йылдам үҙгәреүсән. Ниндәйҙер сир алып килгән вирус, ҡаршы берәй әмәле уйлап сығарылһа, табылһа, шунда уҡ үҙгәрә. Һәм вирустарға ҡаршы  көрәш тормош дауам иткәндә мәңге буласаҡ. Микроорганизмдарҙы юҡ итерҙәй вакциналар уйлап тапҡан француз ғалимы Луи Пастер “Беҙ уларҙы (вирустарҙы) бер ҡасан да еңә алмаясаҡбыҙ. Тик гел һаҡла­нырға кәрәк”, тип әйтеп ҡалдырған”.

Ғалимды тыңлап ултырғанда башҡа ҡыҙыҡ ҡына уй ҙа килә – “уның төп донъяһы ошо микробтар менән, улар араһында, ахырыһы, ә кешелек йәшәйеше – параллель мөхиттер”. Ерҙәге донъяһын онотоп китеп фәнгә генә сумыр ине лә, ундай теләкте тәьмин итерлек бер мөмкинлеге лә юҡ – ни аҡсаһы, ни малы. Шуға ла ул – Ер кешеһе бит инде, көнитмешен ҡайғыртмай ҙа булдыра алмай. Ә ул донъя мәшәҡәттәре йырып сыҡҡыһыҙ. Бигерәк тә эш ереңә, бер кем дә ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормаған баш ҡала тиклем баш ҡалаға ғаиләңде күсереү, уңайлы көнкүреш шарттары булдырыу, хәләл ефетеңә лайыҡлы эш табыу, ҡыҙыңа балалар баҡсаһы юллау, уларҙың киләсәген уйлау. Кешеләрсә – ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары тип әйтеп тороу кәрәкмәй ҙә, ул әллә ҡайҙа Ҡаф тау аръяғын­да – кешеләрсә йәшәр өсөн йүнле эш хаҡы, ябай ғына – аҡса ла кәрәк.

Яйлап-яйлап, ауырлыҡ менән уларын да яйға һалды Зәйнулла. Эш өҫтөндә тын алырлыҡ та ваҡыты булмағанда ла ул – туған йәнле дуҫым – яҡындарының, ҡәр­ҙәштәренең тормошон бер ҙә күҙ уңынан ысҡындырмай, уларҙың матур, тыныс тормошта йәшәүҙәрен тәьмин итеүҙе хатта мөҡәддәс бурысы итеп тоя ине. Ҡайһы ваҡыт “Тәлғәт, Ишембай яғына йыйынмайһыңмы?” – тип өндәшер ине. Күрәһең, хисле дуҫым­дың (ул ошо һыҙатын күрһәтеп бармай ине) даими ҡабатланып торған сәфәренә барыу ваҡыты еткәндер. Әсәһе ҡәбере янына.

Ысынлап та, Ишембай еренә аяҡ баҫҡас: “Әйҙә әле, әнейем янына, зыярат ҡылып ки­ләйек”, – тиер ине. Ҡәбер тирә-яғында тын­лыҡ урынлаша, тик был тынлыҡ шым ғына тороу түгел. Ул аңлашылмай ҙа, серле лә, флюидтар менән тулы кеүек, улар хатта шомло ла тәьҫир иткәндәй. Эстән генә нимә­лер уҡынып торған ҡорҙашым хатта илаһи көстәр менән ниндәйҙер бәйләнешкә лә ингән кеүек.

Ғалим дуҫымдың алдан һиҙемләүе көслө ине, ниндәйҙер хөрәфәткә ышанғанға ла оҡшай ине ул. Шуға ла, илаһи көстәр менән аралашамы икән, тигән бер ҡатлы күренгән уй ҙа тыуып ҡуя ине. Ауылда берәйһенә инеп хәйерен бирә лә ҡәҙимге донъябыҙға ҡайтабыҙ. Белорет яҡтарында йәшәгән Кәрәмәт ағаһы ла уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ҡасандыр оло СССР-ҙың төрлө тарафтарына һибелгән апайҙарын үҙ иленә йыйыу, ҡайтарыу ҙа уның хәстәрендә ине. Бер апаһын Йәнырыҫҡа урынлаштырһа, икенсе ҡарағанда тағы бер апаһына Үтәк ауылынан өй һатып ала. Йылдар үткәс, икенсе ҡатынынан тыуған Айгөл ҡыҙына ла ошо Үтәктә өй һалып ҡуйыр.

Күпме туғанының нисәмә балаһы­на юғары белем алырға ярҙам иткә­нен ул үҙе генә белә. Ә Зәйнулланың дуҫлыҡҡа тоғро икәнлеге беҙ 1981 йылда аварияға эләгеп, Талбазы дауаханаһында ятҡанда асыҡ күрен­де. Ул хәләл ефете Роза ханым менән беҙҙең өҫтән шефлыҡ алды, тиһәң дә була. Машина-фәләндәре юҡ – ме­дицина фәндәре докторы 60 йәшен үткәс кенә тәгәрмәсле була алды. Шуға ҡарамаҫтан, көн аша тиерлек килеп торалар. Ваҡ-төйәк эште баш­ҡарып, йыуып-таҙартып (минең хәлә­лем­дең умыртҡа һөйәге зарарланған, ҡуҙғала алмай), йыуатып, һөйләшеп оҙаҡ ҡына ултырып та ташлайҙар ине. Йәйге эңер төшөр­ҙән алда ғына үткенсе машиналарға юлға сығалар...

Яҡындарыбыҙ етди сырхап китеп, дауа­ханаға ятып дауаланыр мохтаж­лығы сыҡһа, әлбиттә, Зәйнулла Ғәйнулла улына мөрә­жә­ғәт итәм. Дөрөҫ диагноз ҡуя тип танылған көслө табип, сир билдәләре тураһында һораштыра ла, ниндәй дауахана­ға оҙатырға кәрәклеген билдәләп, урынлаштырып та ҡуя ине.

 

Белемен дә, ваҡытын да йәлләмәй

 

Институтта уҡытҡан, “Иммунопрепарат” ғилми-етештереү берекмә­һендә эшләгән, шунда уҡ бихисап тәжрибә үткәреп, ғилми эше өсөн мәғлүмәттәр туплаған яҡташым сту­денттарға ҡарата ныҡ талапсан булды. Үҙ фәнен белдерергә тырыш­ҡанда хатта ҡаты эш итте. “Бөтөнләй уҡымайҙар”, – тип йыш ҡына зарланып алыр ине. Микробиологияны белмәйенсә, ысын табип булмаҫта­рын һис аңламайҙар”, – тиер ине. “Бәлки, һин уҡытҡан фәндең эстетика­һы уларҙы ылыҡтырмайҙыр”, – тигән булам. Ни тиһәң дә, төрлө йәнлектәр, тере йәндәр менән эш­ләгән тәжри­бә­ләр барыһына ла оҡшап етмәүе бар. “Беләһеңме, был осраҡта төп эстетика – халыҡ һаулығын һаҡлар­лыҡ табип булып етешеү, өлгөрөү. Ғөмүмән, медицина эстетикаһы – халыҡ һаулығы”, – тип теманы ябып ҡуя ине.

Ваҡыт-ваҡыт Мәскәүгә, ғилми етәксеһе – медицина фәндәре докторы, профессор Виктор Михайлович Бондаренко янына юлланыр ине. Тәжрибәләренең дөрөҫлөгөн иҫбат­лау өсөнмө икән, өс литрлы быяла банка­ларҙа тәжрибә үткәргән бөжәк-кимереү­селәрен һалып, тип фаразлайым, алып та барғандыр. Етәксеһен республикаға ла саҡырҙы Зәйнулла Ғәйнулла улы. Бергә Баш­ҡортостан менән таныштырып йөрөгәндә, һүҙ башлыса микробиология тирәләй булды. “Бактериялар­һыҙ йәшәү юҡ. Тик уларҙың балансы булырға тейеш. Тор­мошта һәр нәмә­лә лә баланс, сама тигән нәмә ҙур роль уйнай. Эшләүҙә лә, ял итеүҙә лә, ашауҙа ла. Бигерәк тә көндән-көн яһалма аҙыҡ күбәйгәндә”, – тиҙәр.

Үтә хәүефле күренеп китә за­маны­быҙ, уларҙы тыңлаһаң. Яһалма аҙыҡ, яһалма интеллект, яһалма тере йәндәр (“Долли” атамалы һа­рыҡ), яһалма әҙәмдәр (клондар). Кешелек бер-береһенең йәнен ҡы­йыр­ҙай төрлө ғәмәлдәр уйлап сығарыу, ҡылыу менән бер рәттән, үҙҙәрен Ер йөҙөнән ҡыҫырыҡлап сығарырҙай “яһалма”­ларҙы етеште­реү өсөн аҡылын да, белемен дә, ваҡытын да йәлләмәй.

Ике ғалим, моғайын да, бөгөн бар Ер йөҙөн ҡаплап алған “тажлы” тип нарыҡланған коронавирустың да исеме нисек аталырын белмәһә­ләр ҙә, уның тәбиғәттә бар икәнен, ҡасандыр, ниндәйҙер рәүештә пәйҙә булырын тоҫмаллағандыр.

Тағы ла бер хәүефле Прион тип аталған вирус хасил булған икән. Бер йыл эсендә әҙәм мейеһен юҡҡа сығарырлыҡ ҡеүәте бар икән.

Быларҙың, Хоҙай һаҡлаһын, барыһы ла “эшкә егелһә”? Ярай әле ХХ быуат башында уҡ – 1925 йылда биологик һәм ағыулы ҡоралдарҙы ҡулланмаҫҡа тигән протоколға ҡул ҡуйыла, ә 1975 йылда шундай уҡ яңыртылған, киңәйтелгән халыҡ-ара конвенция ғәмәлгә индерелә.

Үҙенсәлекле, мөһимлеге хатта “ябыҡ өлкә” тип нарыҡланған даирә­лә эшләгән Зәйнулла дуҫым микро­биологияға иғтибар етешмәүенә зар­ланып та алғылай ине. Күп ғалим­дарҙың илебеҙҙән сығып китеүе фәнни эштәрен дауам итергә тейеш­ле шарттарҙың, матди-финанс яҡтан тәьмин итеүҙең етерлек булмауы, аҡса етешмәүе менән бәйлелер. Америка Ҡушма Штаттарында микробиология өлкәһендә эшләгән ға­лим­дарҙың 30 проценты СССР-ҙан. Шул финанс һәм тейешле шарттар булмағанға күскән фән кешеләре, ти торғайны...

 

Өс диссертациялыҡ...

 

Мәскәү ҡунағы “диссертация әҙер тиерлек” тип бер нисә кәңәш, иҫкәр­мә­ләрен еткерҙе. Уларын иҫәпкә алып, дуҫым, хеҙмәтен тағы бер йәһәт кенә ҡарап сығып, Мәскәүгә илтеп тапшырҙы. Виктор Бондаренко докторлыҡҡа дәғүә иткәндең эшен тағы бер ҡарап сыҡҡас, юл асыҡ тип фатиха бирәсәк. Тик көн артынан көн, ай артынан ай үтә, хәбәр-фәлән юҡ. Докторант шылтыратһа, ваҡыт етмәүгә һылтана. Зәйнулла ла аптырашта: “Үҙе унда өс диссертация­лыҡ материал бар ти, үҙе уҡырға һис тә ваҡыт таба алмай”.

Өс диссертациялыҡ? Былай булғас, юрый һуҙмайҙармы икән? Дуҫым менән һөйләшеп, микробиология буйынса махсуслаштырылған диссертация яҡлау ғилми советы (әйткәнебеҙсә, был өлкәлә өйрәнел­гән темалар “ябыҡ” грифы менән бара) Һарытау ҡалаһында бар икә­нен асыҡлағас, унда мөрәжәғәт иттек. “Килеп эшен күрһәтһен”, – тине­ләр. Күп тә үтмәй, Зәйнулла Ғәйнул­ла улы Ғәбиҙуллин 49 йәшендә медицина фәндәре докторы тигән исем менән ҡайтты. Минең дә бәләкәй генә ҡыҫылышым булғанына ҡәнәғәт булды, хатта авторефератына “Ҡә­ҙер­ле Тәлғәт абзый, Фәрзәнә иркәм! Һеҙҙең менән беҙҙең бергәләп эшләп сығарған хеҙмәттең киләсәктә лә бергәләп изгелеген күрергә яҙһын. Зәйнулла. 28/ХI–1990 й.” тип яҙып бүләк итте.

Республикала ярайһы уҡ абруй яулаған медицина фәндәре докторына, күп тә ваҡыт үтмәй, медицина институтында микробиология кафе­д­ра­һын тапшырҙылар. Профессор Ғәбиҙуллиндың ҡулына рес­пуб­ли­каның эпидемиологтар, микро­биолог­тар һәм паразитологтар йәм­ғиәте рәйесе дилбегәһен дә тоттор­ҙолар.

Силәбе, Ырымбур өлкәләрендә диссертациялар яҡлау советы ағзаһы булыуҙы ла ул еңел күтәрҙе. Төрлө энциклопедияларҙа яҙылған­са, билдәле ғалим – 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәттең, 36 уйлап табыуҙың авторы. Ул 30-ҙан ашыу фән кандидаты, туғыҙ фән докторы үҫтерҙе. Ҡыҙы Резеданың фән кандидаты, улы Юлайҙың фән докторы, ейәне Ришаттың да яҙмышын медицинаға бәйләгән булыуҙары менән сикһеҙ ғорурлана ине.

Быларҙы күҙ алдынан үткәргәндә, бер ғалимдың, ғилми етәксенең диссертацияны уҡып сығырға “ваҡыты булмауы” фән үҫешен күпме тот­ҡар­лаған, ни ҡәҙәр буласаҡ мөһим асыштарҙы һуңлатҡан, быуған. Күпме әхлаҡи, иҡтисади, фәнни зыян килтерелә шундай ҡараш арҡа­һында. Ә һәр өлкәлә шулай булһа?

Һәүетемсә йәшәп ятабыҙ. Һәр кемебеҙ үҙ эше менән мәшғүл. Осраш­ҡылап торабыҙ. Телефондан хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешәбеҙ. 2014 йылдың март айының матур бер көнөндә шылтыратҡайным, көр, күтәренке тауыш менән: “Абзый, мин бит онкологияға залетел”, – тине. Нисек инде? Ғүмере буйы төрлө микробтар, вирустар, йоғошло сир­ҙәр араһында һаҡ эшләргә ғәҙәтлән­гән, башҡаларға ла “гел абай булығыҙ” тип тылҡыған Зәйнулла? Ауыр хәбәрҙе шундай сағыу тауыш менән еткерә. Уныһы инде үҙенең дә көтөлмәгәнлектән сабыйҙарса аптырағанлығынандыр. “Эшеңдә берәй төрлө йоҡторҙоңмо?” – тип һорайым, шикләнеп. “Юҡ, эштә түгел”, – ти. “Яңыраҡ ҡына бөтә еремде тикшертеп сыҡҡайным, үпкәне генә ҡаратып өлгөрмәгәйнем”, – тип һөйләй. “Алла бирһә, дауа­ла­ныр­һың әле, ана бит – уртаҡ таны­шыбыҙҙың исемен әйтәм – аяҡҡа баҫты бит”, – тип йыуатҡан булам. “Юҡ, абзый, минең бит үпкә. Ул үҙ эшен оҙаҡҡа ла һуҙмаҫ”, – тине. Үҙ хәлен дә, сиренең көсөн дә яҡшы белгән инде ғалим дуҫым. Ярты йыл да үтмәне, мәңгелек йортона китте.

Һуңғы юлына оҙатҡанда кеше бик күп ине. Үрге Әрметтә, әсәһе ятҡан шул уҡ зыяратта “тәғәйенләнгән” булған уның ҡәбере. Оло ҡайғыға тарығаныбыҙҙы күреп, хәсрәтебеҙҙе уртаҡлашырға теләгәндәй, августың матур ҡояшлы көнөндә йәм-йәшел япраҡтарын бер аҙ һулытҡандай булып, оло шәхес – ҙур ғалим, ысын кеше алдында башын эйеп уйға ҡалған, моңһоулыҡҡа сумған ҡайын­дар төбөндә. Улар бөгөн дә шулай тора кеүек...

 

- Тәлғәт СӘҒИТОВ,

Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Читайте нас