

Бөгөн республикабыҙҙың төп байрамы алдынан 47 медицина хеҙмәткәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Уларҙың барыһы ла коронавирусҡа ҡаршы әүҙем көрәшкән.
Тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменән Пирогов ордены, “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы, “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеме, почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
"Һеҙгә хеҙмәтегеҙ, меңәрләгән кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм", - тине республика Башлығы.
Әлегә, пандемияның тағы көсәйгән осоронда, медицина хеҙмәткәрҙәре - халыҡтың өмөтө һәм яҡлаусыһы.
"Былтыр донъя халҡы өсөн оло һынауға әүерелгән пандемия табип һөнәренең ни тиклем мөһим икәнлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Әлбиттә, бөтөн хеҙмәттәр ҙә, ирекмәндәр ҙә һеҙгә был осорҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы. Шуға ҡарамаҫтан, бөтөн көс тәү сиратта һеҙгә төштө.
Табиптар һәм шәфҡәт туташтарына эш хаҡын күтәреүҙе дауам итәсәкбеҙ, вакцинацияланған һәр кеше өсөн өҫтәмә түләүҙәр буласаҡ. Ауырыу осраҡтары артҡан мәлдә дауаханаларҙа урындарҙы күбәйтеүҙе тиҙ арала эшләнек, кәрәкле дарыуҙар алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә рәүештә белемен камиллаштырҙы. Тиҙ арала ике заманса COVID-госпиталь төҙөнөк.
Пандемия осоро булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙа Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы дауам итә, төрлө саралар үткәрелә. Үлем осраҡтарын кәметеү, кешеләрҙең һаулығын һаҡлау, үҫеп килгән быуында сәләмәт тормош алып барыуға ынтылыш тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыс", - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтары - Дим районының клиник ҡала дауаханаһында терапия бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған Руслан Ғүмәров менән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының неврология бүлеге етәксеһе Салауат Өмөтбаев та бар.
Руслан Ғүмәров – пандемия башланыу менән тәүгеләрҙән булып алғы һыҙыҡҡа баҫҡан табип. Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының ойоштороу-методика бүлеге мөдире, ошо дауахана нигеҙендә асылған ковид-госпиталдең етәксеһе булды, Ҡарасай-Черкесс республикаһына ауырыуға ҡаршы көрәшергә, табиптары менән тәжрибә уртаҡлашырға барып ҡайтты.
"Пирогов ордены табиптар араһында ҙур награда булып иҫәпләнә. Минең хеҙмәтемде юғары баһалағандары өсөн республика етәкселегенә рәхмәт. Әле ауырыуҙың йәнә көсәйгән мәлендә һәр кемде һаҡланырға саҡырам. Санитар ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә, ҡулды йыуырға, битлек кейергә һәм мотлаҡ вакцинация үтергә кәрәк. Бер көс булып тупланһаҡ ҡына вирусты еңә аласаҡбыҙ", - тине Руслан Ғүмәров.
Хеҙмәттәшенең һүҙҙәрен Салауат Өмөтбаев та ҡеүәтләне. Уға бөгөн Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Почет грамотаһын тапшырҙы.
"Әлбиттә, вакцинация 100 процентҡа һеҙҙе ауырыуҙан һаҡлап ҡалмаясаҡ. Әммә уны еңелерәк үткәрергә мотлаҡ ярҙам итәсәк. Кеше күп йыйылған урындарға йөрөмәҫкә, аралашыуҙы сикләп торорға, һәр яҡлап һаулығығыҙҙы ҡайғыртырға саҡырам", - тине Салауат Вилсам улы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов бөгөндән “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемде йөрөтә.
"Биләгән вазифама ярашлы, байтаҡ хеҙмәттәштәремә төрлө наградалар тапшырҙым, ә бөгөн үҙемә ҙур бүләк бирҙеләр. Ауыр осорҙа табиптарҙың хеҙмәтен баһалау – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Артабан да республика именлеге өсөн тырышып хеҙмәт итеүгә көс һәм дәрт алып ҡайттыҡ", - тине ул.
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.