Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 14:15

Уңғандарға - лайыҡлы баһа

Республика көнө алдынан Учалы филармонияһында тантаналы сара үтте.

Уңғандарға - лайыҡлы баһаУңғандарға - лайыҡлы баһа
Уңғандарға - лайыҡлы баһа

Республика көнө алдынан Учалы филармонияһында тантаналы сара үтте. Район башлығы Руслан Ғиләжетдинов халыҡты етеп килгән байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, хеҙмәт алдынғыларына, төбәктең әүҙем граждандарына төрлө ведомстволарҙың почет грамоталарын, рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Күп бала тәрбиәләгән алты Учалы ҡатын-ҡыҙы “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булды.

Райондың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Әхтәм Абдрахмановҡа “Учалы районының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Район Советы рәйесе Руслан Ғайсин ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған алдынғы педагогтарға республика Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамоталарын, “Мәғариф алдынғыһы” билдәләрен тапшырҙы.

Район Советы секретары Зариф Ғарипов “Яҡташтар” проекты дипломы менән дәртләндерелде.

Учалы филармонияһы артистары тарафынан әҙерләнгән бай тамаша һәр кемгә байрам кәйефе өҫтәне.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайты.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас