

Бөгөн, Республика көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм эш алдынғыларына Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
"Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ арҡаһында Башҡортостан алға бара, тотороҡло үҫешә. Төрлө рейтингтарҙа алдынғы урындарҙы биләйбеҙ. Барығыҙға ла йылы маҡтау һүҙҙәрен еткерәм. Мәҫәлән, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Барый Ғәли улы Ильясовҡа “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” тигән маҡтаулы исем бирәбеҙ. Ул 60 йылға яҡын мәғлүмәти һәм робот техникаһы системаларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Барый Ғәли улы – тиҫтәләгән дәреслек һәм монографиялар авторы, ил, донъя фәнендә танылған ғалим. Уның етәкселегендә 55 фән кандидаты, 19 фән докторы әҙерләнгән.
Шулай уҡ күренекле ғалим, нефть һәм газ фәнен үҫтереүгә күп өлөш индергән Борис Николаевич Мастобаевҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Уның етәкселегендә 22 фән кандидаты әҙерләнгән. Ул - Австрияның Леобен тау университеты менән берлектә студенттарға бер юлы ике диплом алыу мөмкинлеге биргән программаны ойоштороусы", - тип Радий Хәбиров ғалимдарҙың фәнде үҫтереүгә индергән өлөшөн билдәләп үтте.
Республика Башлығы Благовещен ҡалаһындағы психо-неврология интернаты етәксеһе Айҙар Әйүповҡа эштең юғары кимәлдә ойошторолғанына рәхмәт әйтте. Айҙар Әйүпов был учреждениела 30 йылдан ашыу эшләй һәм ауырыуҙарҙы дауалауҙың сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индергән.
"Автономиялы режимда эшләгән ваҡытта һеҙҙең коллектив ҙур көсөргәнеш кисерҙе. Киләһе йыл хәрәкәт итеү һәләте сикле кешеләр өсөн тағы ла 80 урынлыҡ корпус асырға ниәтләйһегеҙ. Был бик мөһим эш!
Рәсәй Пенсия фондының Ҡариҙел районы буйынса идаралығы начальнигы Нәзиф Рифғәт улы Хәйҙәровҡа ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Идаралыҡта эшләгән арала үҙегеҙҙе тәжрибәле етәксе итеп күрһәттегеҙ, ойошманы һанлаштырыу буйынса баһалап бөткөһөҙ эш атҡарҙығыҙ. Хәҙер район халҡы кәрәкле хеҙмәттәрҙе электрон форматта һәм тиҙ арала алыу мөмкинлегенә эйә. Был алым барыһы өсөн дә бик уңайлы", - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Шулай уҡ ҡотлау телмәрендә Радий Хәбиров врач-педиатр Әлфиә Богданованың хеҙмәтенә туҡталды.
"Оҙаҡ йылдар дауамында һеҙ табип һөнәренә тап төшөрмәйенсә эшләйһегеҙ. Аңлатыу эштәре алып бараһығыҙ. 25 йыл эсендә һеҙҙең участкала бер баланың да үлеме теркәлмәгән – был тәү сиратта табиптың хеҙмәте. Һеҙҙе бөтә район халҡы белә һәм хөрмәт итә.
Ҡырмыҫҡалы районында ауыл хужалығын үҫтереүгә күп көс һалған Фирҙәүес Әсәновты телгә алмай булдыра алмайым. Фирҙәүес Закир улы үҙе етәкселек иткән бригадала хеҙмәт етештереүсәнлеген үҫтереп, етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен төшөрөүгә өлгәшкән, алдынғылар рәтенә сыҡҡан. Уның хеҙмәте ауыл хужалығы тармағында эшләгән йәштәргә өлгө булып тора. Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: халыҡтың ышанысын яулаған шәхес ул. Егерме йылдан ашыу ауыл советы депутаты булып һайланып килә", - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы ҡулынан был көндә 60 кеше төрлө наградалар алды. Тәүгеләр иҫәбендә Рәсәй кимәлендәге бүләктәрҙең береһе булды: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Азамат улы Тажетдиновҡа II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены миҙалы тапшырылды.
– Илшат Азамат улы – маҡтауға лайыҡ кешеләрҙең береһе. Уның хеҙмәте менән республикаға инвестициялар йәлеп ителә, махсус иҡтисади биләмәләр булдырыу буйынса ең һыҙғанып эшләй. Илшат Тажетдинов оҙаҡ йылдар дауамында республика Хөкүмәтендә Башҡортостан именлеге өсөн хеҙмәт һалды, – тип уның хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе Радий Хәбиров.
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абразаҡовҡа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Асҡар Әмир улы иғтибар өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
"Минең өсөн был награда – оло мәртәбә. Башҡортостан Хөкүмәтенә мәҙәниәт өлкәһенә күрһәткән иғтибары өсөн ҙур рәхмәт еткерәм. Беҙ, артистар, күп милләттәрҙе үҙ эсенә алған сәнғәтте Рәсәй кимәлендә генә түгел, бөтә донъяға сығарып күрһәтергә, һөйләргә тырышабыҙ. Был исемде ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтәсәкмен", – тине Асҡар Абразаҡов.
“Башҡортостандың һуғыш көрәше союзы” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Соснин “Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре” исемен алды. Үҙе билдәләүенсә, был награда – уның тәрбиәләнеүселәре һәм тренерҙарҙың дөйөм хеҙмәте.
"Башҡортостанда спорт әүҙем үҫешә. Һөнәри клубтар юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Беҙҙең хеҙмәттең төп емеше – спорт секцияларына ҙур теләк менән йөрөгән меңәрләгән малай һәм ҡыҙҙарҙы күреү", - тине Александр Соснин.
Тантаналы сараны ябып, Радий Хәбиров ошо ҡатмарлы осорҙа һаулыҡты хәстәрләп, һаҡланып йөрөргә саҡырҙы.
"Республика көнөн яҡшы кәйеф менән ҡаршы алабыҙ. Тотороҡло үҫеш юлын дауам итәбеҙ. Башҡортостанда халыҡтар татыу һәм дуҫ йәшәй, бер-беребеҙҙе аңлап эш итәбеҙ. Бергәләп бик күп эш башҡарабыҙ. Был уңыштарҙың барыһына ла хеҙмәт кешеһе менән бергә өлгәшелә", - тине республика Башлығы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.