Йәмғиәт
8 Октябрь 2021, 09:07

Йыйыштырыусы Мәүлиҙә

bankkadrov.subankkadrov.su
Фото:bankkadrov.su

Беҙ уның менән быуаттар сигендә – ике меңенсе йылдар башында таныштыҡ. Бөтә нәмәне лә тәнҡит күҙлегенән үткәргән, дыуамал, әҙәпһеҙлек һәм тупаҫлыҡты “норма” тип иҫәпләгән иҫәр ваҡытты иҫкә алһам, әле лә уңайһыҙ булып китә. Бухгалтерияла үҙем кеүек тағы ике елбәҙәк ҡыҙ менән бергә эшләйбеҙ.

Ниңәлер барыбыҙ ҙа көн дә бүл­мәне йыйыштырырға ингән Мәүлиҙә күренһә, уны кемуҙар­ҙан үртәргә, үсекте­рергә тырыша инек. Ты­рыш­лығы, әллә артыҡ тый­наҡлығы йәнгә тейгән­дер­ме, белмәйем. Уның ҡағы­лып­-һуғы­лып, ҡыйыр­һыты­лып үҫкән­леге әллә ҡайҙан һиҙелә, ә беҙҙең асыула­ныуға бер нисек тә яуап бир­мәүе ҡыҙҙарҙы ярһытып ебәрә. “Егер­ме йәшкә етеп, биҙ­рә-сепрәк тотоп, кеше бысрағын таҙартып йөрө инде, оят түгелме икән ни? Әбей-һәбей кеүек кейенеп йөрө инде алма кеүек сағыңда!” – тип уйла­ғаным иҫтә.

Иҙәнгә сәй түкһәк, уны саҡы­ра­быҙ. Ҡағыҙ киҫәге төшһә лә, Мәү­ли­ҙә кәрәк. Ул бер һүҙһеҙ йәһәт кенә йыйыштыра ла сығып китеү яғын ҡарай. Оҙаҡламай уның шым ғына эштән китеүен ишеттек һәм был донъяла бар­лығын оноттоҡ.

Тормош үҙ яйына дауам итте, кейәүгә сыҡтым, улым тыуҙы, тик ғаилә бәхете оҙаҡҡа барманы – айыры­лыш­тыҡ. Быға тиклем гөр­ләп эшләгән фирманың бөлгөнлөккә төшкәнен ишетеп, сәстәр ағара яҙҙы. Ҡайҙан күңе­леңә ятҡан, тәжрибәңә ярашлы шөғөл­дө тапмаҡ кәрәк? Элек бергә тир түккән әхирәт­тәрем төрлөһө төрлө яҡҡа таралыш­ҡан, кәңәшләшергә лә кеше юҡ. Шулай ҙа бер көн эш эҙләп, арман­һыҙ булып ҡайтып килгә­немдә бер танышым тап булды. Ул минең өҫ-ҡиәфә­темә, кәйе­фе­мә ҡарап, хәлемде яҡшы аңла­ны. “Ниңә, улыңдың атаһы алимент та түләмәй­ме ни? – тип бы­лай ҙа һыҙлап торған яраға тоҙ һипте. – Әлиә, ғорурлыҡ менән йәшәп булмай, ба­лаң­ды үҫтерергә, ашатып-эсерергә кәрәк, белемең буйынса эш табып булмағас, исма­һам, ҡайҙа булһа ла ваҡытлыса йыйыштырыусы булып урынлаш. Бына миндә бер адрес бар...”

Танышым үҙе лә шәхси йорт­тарҙың береһендә бала ҡараусы булып эшләй икән. “Ауыр мәлдә кем булып эшләһәң дә барыбер, түләһендәр генә, хәллеләр араһын­да ла яҡшы кешеләр күп”, – тип мине күндерергә, ярҙам итергә тырышты.

Тағы ла бер аҙна буйы эш эҙләп, әңгәмәләргә йө­рөп тә, бер ни ҙә килеп сыҡ­мағас, ул биргән адрес буйынса киттем. Мине һөй­көм­лө, ҡуп­шы кейенгән ху­жа­бикә ҡаршы алды, баш­ҡарасаҡ эштәр менән та­ныш­тырҙы. Ғаи­лә­ләге ба­лаларҙы ҡара­ған тәр­биә­се ҡатын да хужаларҙың яҡшы мөнәсәбәте хаҡында һөй­ләне. Бер ай тигәндә йорт мәшәҡәттәрен үҙләш­тер­ҙем, яйлаштым. Әллә ни ҡы­йынлығы һиҙелмәй, ху­жаларҙың балалары тәртип ярата, әйберҙәрен үҙҙәре йыйыштыра. Миңә күберәк туҙан һөртөргә, иҙәнде йыуып сығарырға тура килә.

Бер көн шулай эстән генә көйләп йыһаздар өҫтөн һөрткөләп йөрөйөм. Фотолар ҡуйылған рамдарға ла сират етте. Ҡараһам, ни күрәм, бере­һенән миңә моңһоу ҡарашлы йәш Мәүлиҙә ҡарап тора! Артыма йығы­лып китә яҙҙым. Йыйыштырыусы Мәүлиҙә менән хужабикә араһын­дағы оҡшашлыҡты саҡ шәйләнем. Донъя ҡайһылай уны үҙгәрткән! Тимәк, ул мине таныған, мин иҫәрҙе уңайһыҙ хәлгә ҡуймаҫ өсөн бер ни ҙә өндәшмәгән, үҙен танытырға ла уйламаған. Миңә “оят”, “тормош мәж­бүр итте” тигән һүҙҙәрҙең мәғә­нәһе саҡ барып етте... Ҡулымдағы рамдың нисек төшөп киткәнен хәтерлә­мәйем, бары кемдеңдер йомшаҡ ҡулдары яурынға ҡағылға­нына һиҫкәнеп киттем. Эргәмдә хужабикә тора, ә мин сүкәйеп, быяла ярсыҡтарын сүпләйем. “Ғәфү итегеҙ, яңылыш...” – тим.

– Борсолмағыҙ, әйҙәгеҙ, ултырып тороғоҙ, – тип мине ул йомшаҡ диванға ултыртты ла яй ғына һүҙ башланы. – Әлиә Тимуровна, был эш һеҙҙең өсөн түгел...

Минең тыным ҡыҫылды, “һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә мохтаж түгелбеҙ”, тигәнде көтәм.

– Мин һеҙҙе шунда уҡ таныным, күп йылдар элек бер фирмала эшлә­гәйнек. Һеҙ бухгалтер инегеҙ түгелме? Һеҙгә икенсе бер вариант тәҡдим итмәксемен, риза булһағыҙ. Ирем яңы асылған филиалына тырыш, егәрле бухгалтер эҙләй. Ми­нең­сә, был эш һеҙҙең ҡулдан киләсәк.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, мин Яңы йылды көтөлмәгән шатлыҡ һәм өмөттәр менән ҡаршы алдым. Хәҙер минең күңелемә ятҡан эшем, Мәүлиҙә тигән әхирәтем бар. Ниңә был хаҡта һөйләргә булдым? Тормош, иртәме-һуңмы, барыһын да урынына ҡуя, мөмкинлек булғанда, йәшлектә ебәргән хаталарығыҙҙы төҙәтергә тырышығыҙ, тип кенә иҫкәртмәксемен. Кешене рәнйетеүе ҡыйын түгел, ә бына аҙаҡ ғәфү үтенеүе...

- Динә Арыҫланова

 

Читайте нас