

Бөгөн Асҡар ауылының үҙәк майҙаны иртә менән күңелле йыр-моң тауышына күмелде: бында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтте, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан бай концерт ҡуйылды. Йәрминкәләрҙә һәр кем йәне теләгән аҙыҡ-түлек һатып алып кинәнде, бигерәк тә кәбеҫтә менән һуған ҙур һорау менән файҙаланылды.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов район халҡын Республика көнө менән ҡотлап, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай ҙа әбйәлилдәрҙең иң ҙур ҡыуанысы булып Төньяҡ биҫтәһендә асылған "Төньяҡ балҡышы" ял һәм уйын паркының сафҡа инеүе булғандыр. Был парк "Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу" федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылған. Кис көнө был ял һәм уйын паркында бигерәк тә күңелле: бында тәбиғи төньяҡ балҡышын сағылдырған арт-объект төрлө төҫтәге уттарға мансылып, ғәжәйеп бер матурлыҡ тыуҙыра. Теләүселәргә спорт менән шөғөлләнергә лә мөмкин, баскетбол майҙансығы бар. Киләсәктә был парк ата-әсәләрҙең дә, балаларҙың да иң яратҡан урынына әүерелер, тигән ышаныста район етәкселеге.
Фото: "Осҡон" гәзите сайтынан.