

Асҡын районының Асҡын ауылында Республика көнөнә арналған саралар иртәнге сәғәт 10-да башланды. Шул иғтибарға лайыҡ, бай концерт программаһы төҙөлгән. Мәҫәлән, ”Республика, һинең менән ғорурланам!” тигән байрам концерты район үҙәге Асҡын ауылының Үҙәк майҙанында ойошторолдо. Райондың үҙешмәкәр артистары дәртле йырҙар башҡарҙы, дәртле бейеүҙәр менән ҡыуандырҙы. Әйткәндәй, сәхнәгә ябай халыҡтың күтәрелеп, бейеүҙәргә ҡушылыуы, сараға айырыуса матурлыҡ өҫтәне.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов һөйләүенсә, асҡындар хеҙмәттә лә уңғанлыҡ күрһәтә, ялдарын файҙалы итеп үткәрә лә белә.
– Яҡташтарымдың көләс йөҙөн, күтәренке кәйефтә булыуын күреү – беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, – тип һөйләй Динис Йосопов. – Ҡыҙыу көҙгө урып йыйыу эштәрен ваҡытында тамамланыҡ, һәр кем тырышты, фиҙакәрлек күрһәтте.
Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Вәлинур Иғҙиев Үҙәк майҙанға, тамаша ҡылырға килгән.
– Гел генә өйҙә ултырыу ҙа мөмкин түгел, кеше күрергә килдем, Асҡын районы таланттарға бай, һәр ойошторған концерттары күңелдәргә ял бирә, – ти Вәлинур олатай.
Фото: rcntrb.com
#Республикакөнө #Башҡортостан #Деньреспублики