

Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә Республика көнөнә арналған тантаналы сара үтте.
Район башлығы Фәнис Әминев халыҡты етеп килгән байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе, хеҙмәт алдынғыларына төрлө ведомстволарҙың, шул иҫәптән район хакимиәтенең, район Советының почет грамоталарын, рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында уҡытыусы, табиптар ҙа, ер уңғандары һәм етәкселәр ҙә, эшҡыуар һәм райондың әүҙем йәмәғәт тормошонда ҡатнашыусылар ҙа бар ине. Мәҫәлән, тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн һәм Урман хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов БР Урман хужалығы министрлығының Почет громатаһы менән бүләкләнһә, Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Булат Тайбугин (фотола) район хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең бай сағыу концерты барыһының күңеленә хуш килде. Тантаналы сарала коронавирус инфекцияһына бәйле барлыҡ хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлде. Шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланылды (битлек кейеү), учреждениеларға ингәндә тән температураһы үлсәнде.
Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
#Республикакөнө #Башҡортостан #Деньреспублики