

Республика көнө һәм Ауыл хужалығы һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Ейәнсура районында төрлө саралар ойошторолдо, бер нисә объект асылды.
– Тап байрам алдынан Иҫәнғол ауылында Сергей Чекмарев исемендәге паркта балалар уйын майҙансығын астыҡ,– тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Шуғы ныҡлы ышанам, бынан һуң был урын ҡыҙ һәм малайҙарҙың иң яратҡан урынына әйләнәсәк, парктан балалар тауышы тынмаясаҡ. Әлбиттә, киләсәктә беҙҙе байтаҡ эштәр көтә. Биләмәләрҙе төҙөкләндереү – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
Улай ғына ла түгел, ЗАГС үҙ ишектәрен асты. Дәмин Марат улы билдәләүенсә, яңыртылған һәм күркәм ЗАГС – райондың иҫтәлекле урындарына әүереләсәк, ошонда никахтарын теркәгән йәштәргә, оло тормош юлына аяҡ баҫҡан йәш парҙарға бәхетле ғүмер юлдаш булһын.
Шулай уҡ был көндө заман талаптарына яуап биргән автовокзал файҙаланыуға тапшырылды. Әлбиттә, быларҙың барыһын да халыҡ күптән көттө.
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.