

Йылайыр районы халҡы өсөн Республика көнө бигерәк тә иҫтәлекле булды. Көндөң аяҙ һәм йылы тороуы үҙәк майҙанда ойошторолған көҙгө йәрминкәне тағы ла йәмләп ебәрҙе. Ауыл хужалығы тауарҙарын халыҡ ҡыуанып һатып алды: кемдер үҙебеҙҙә үҫтерелгән кәбеҫтә, кишер, сөгөлдәргә өҫтөнлөк бирһә, икенселәр бойҙай, фураж, бесән-һалам алды. Шәхси ихаталарҙа етештерелгән ризыҡтар ҙа һатыуҙа ҙур һорау менән үтте.
Ниндәй байрам йыр-бейеүһеҙ үтһен инде?! Үҙәк майҙанда ауыл мәҙәни һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле, сағыу концерт ҙур аншлаг менән барҙы. Концерт ҡарарға килгән йылайырҙарҙы район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов Республика көнө менән ҡотланы, бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ район халҡына үҙ һаулыҡтарына иғтибарлы булырға, коронавирус сиренән һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә саҡырҙы.
Йылайырҙарға “Шатлыҡ” йыр, “Тыпырҙаҡ” бейеү ансамблдәре үҙ сығыштарын тәҡдим итһә, Иван-Ҡыуалат ауылы халҡын байрам менән һәм ауылдарында яңы асылған мәҙәниәт йорто асылыу тантанаһы менән ҡотлап, Магнитогорск ҡалаһынан халыҡ-ара конкурстар лауреаты "Баян-Позитив" шоу-төркөмө сығыш яһаны. Уны ауылдың эшҡыуарҙары ауылдаштыры өсөн махсус саҡырған. Был көндә Иван-Ҡыуалат ауылында заманса йыһазландырылған өр-яңы мәҙәнәниәт йорто үҙ ишектәрен асты.
Фото: Йылайыр район хакимиәте сайтынан.