Йәмғиәт
9 Октябрь 2021, 14:15

Салауат районында - йәрминкә

Районда Республика көнөнә арнап йәрминкә уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Быйыл да был файҙалы һәм кәрәкле сара бик ойошҡан рәүештә үткәрелде.

Салауат районында - йәрминкәСалауат районында - йәрминкә
Салауат районында - йәрминкә

"Салауат районы Малаяҙ ауылында Республика көнөнә арнап йәрминкә уҙғарыу матур йолаға әйләнгән. Быйыл да был файҙалы һәм кәрәкле сара бик ойошҡан рәүештә үткәрелде. Сараны район хакимиәте башлығы асып, халыҡты байрам менән тәбрикләне, хеҙмәт алдынғыларына Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы, уңыштар, матур ял теләне.


Изге байрамда райондың һәр мәктәбе ҡатнашып, уҡыусыларҙың ҡул эштәрен, әҙерләгән аш-һыуын, ә ауыл халҡы үҙе етештергән продукцияһын тәҡдим итте. Бер-бер артлы теҙелгән өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ ине: йәшелсә, емеш-еләк, бешерелгән аҙыҡ-түлек, сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр, ҡул эштәре - йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкин булғандыр, моғайын, был көндө. Ә район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерты иһә сараны тағы ла мәртәбәлерәк, йәнлерәк итеп ебәрҙе. Байрамға килгән һәр кем ҡышҡылыҡҡа файҙалы аҙыҡ-түлек алып, запасын тулыландырып ҡына ҡалманы, шулай уҡ йор-моң тыңлап, бейеү ҡарап, рухланды, рәхәтләнеп ял итте.


Әлбиттә, пандемияға бәйле, иҫкәртеү саралары ла теүәл үтәлде: ҡатнашыусылар араһында тейешле ара һаҡланды, битлектәр кейелде", тип яҙып ебәргән беҙгә Малаяҙ 1-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәрйәм Солтанова.


Фото: Мәрйәм Солтанова.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас