

Республика көнөн Тәтешле районы халҡы яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай. Мәҫәлән, уңғандар көҙгө урып йыйыу эштәрен ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ тамамлаған, шулай уҡ мул уңыш йыйып алынған.
Әйткәндәй, Республика көнөнә тап килтереп, район үҙәге Үрге Тәтешле ауылында (элекке иҫке автовокзал эргәһендә) “Уңыш – 2021” тип аталған ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Унда нимә генә юҡ ине! Вәсим Харисов ҡатыны Мәликә ханым ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы туплау маҡсатында бында килгән. Улар бер нисә тоҡ картуф, унан әҙерәк кишер һәм сөгөлдөр, шулай уҡ бал һәм көнбағыш майы һатып алды.
Район мәҙәниәт һарайында иһә тантаналы саралар үтте. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов барыһын да байрам айҡанлы ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.
– Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле, ысынлап та быны һеҙ, хөрмәтле фекерҙәштәрем фиҙакәр хеҙмәтегеҙ менән иҫбат иттегеҙ,– тине Фәнүр Рәфис улы. – Агросәнәғәт комплексындаға ҡаҙаныштарығыҙ әйткәндәремә ҡеүәт. Оҙайлы ҡышҡа етди әҙерлек дауам итә.
Фәнүр Шәйхисламов VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреүгә күп көс түккән бер төркөм алдынғыларға Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһын һәм Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Райондың үҙешмәкәр артистары тамашасыларға күңелле ял минуттары бүләк итте. Концертта республикабыҙҙа ғүмер кисергән халыҡтарҙың йыр-моңдары ишетелде, бейеүҙәре күрһәтелде.
Фото: Тәтешле районы хакимиәте.