

Республика көнө алдынан Балтас районы үҙәге Иҫке Балтас ауылында төрлө йүнәлештә саралар ойошторолдо. Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтың ауыл хакимиәте башлыҡтары менән бергә “Һағышҡа ҡалған әсә” һәйкәленә тере сәскәләр һалыуы, Иҫке Балтас ауылының Үҙәк майҙанында байрам концерты күрһәтелеүе, спорт эстафетаһының уҙғарылыуы, ауыл хужалығы йәрминкәһенең үтеүе шуға асыҡ миҫал.
Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев әйтеүенсә, Республика көнөн балтастар юғары күрһәткестәр менән ҡаршылай. Уңғандар үҙенең шәхси эшен аса, халыҡҡа эш урындары булдырыла, ҡыҫҡаһы, кешеләрҙең киләсәккә ышанысы арта. Ғөмүмән, Балтас районы уңған кешеләре менән дан тота.
VIII класс уҡыусыһы Венера Әүхәҙиева бәләкәйҙән спорт ярата, буш ваҡыты булыу менән ул спорт майҙансығына ашыға. Йәш ҡыҙ бөгөн эстафетала ҡатнашып, үҙенең көсөн һынап ҡараған.
– Район үҙәгендә йәрминкә ойошторолоуы ныҡ отошло, был тәңгәлдә район хакимиәте етәкселегенең эшен хуплайым, – тип һөйләй хаҡлы ялдағы Альмира Тәхәүетдинова. – Унда нимә генә юҡ, тауарға ҡуйылған хаҡ әллә ни ҡиммәт тә түгел.
Фото: Балтас районы хакимиәте.
#Республикакөнө #Башҡортостан #Деньреспублики