

Балаҡатай районында Республика көнө айҡанлы саралар үтә.
Байрам алдынан Ҡарлыхан ауылында мөһим ваҡиға булды – Еңеү паркын астылар. Парк төҙөкләндерелгәндән һуң заманса һәм матур урынға әйләнгән: асфальт юл һалынған, яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
Был изге ғәмәлдәре менән Ҡарлыхан ауылы халҡы иле өсөн башын һалған, яу яландарында ятып ҡалған яҡташтарының исемен мәңгеләштереү йәһәтенән ҙур эш башҡарҙы. Уның Республика көнө алдынан асылыуы иһә икеләтә әһәмиәтле булды.
Сарала район хакимиәте башлығы һәйкәлде төҙөкләндереүгә тос өлөш индергән кешеләргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай уҡ районда хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү буйынса тантаналы йыйылыш үтте. Район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миниғәлин хеҙмәт алдынғыларын, әүҙем йәмәғәтселәрҙе тәбрикләп, Маҡтау ҡағыҙҙраы һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Фото: https://belokatai.bashkortostan.ru/, https://vk.com/belokatayski