

Республика көнө етеү уңайынан Салауат ҡалаһында ла тантаналы сара уҙғарылды. Байрам, пандемияға бәйле сикләүҙәр индерелгәнгә күрә, ике өлөшкә бүленде: тәүгеһе, тантаналы өлөшө, "Ағиҙел" мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә үткәрелде. Залға тик бүләкләнеүселәр генә саҡырылды.
Ҡала башлығы Игорь Миронов Салауатты үҫтереүгә өлөш индергән хеҙмәт алдынғыларына, әүҙем йәмәғәтселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, маҡтаулы исемдәр тапшырҙы.
"Республика көнөн бик ҡатмарлы ваҡытта билдәләйбеҙ. Был хәлдән дә ҡотолорбоҙ, һынауҙарҙы лайыҡлы һәм берҙәм булып үтербеҙ. Бындай саҡтарҙа үҙебеҙҙең берҙәмлекте, бергәлекте тойоу айырыуса мөһим", – тине ул сығышында.
Байрам сараһының икенсе өлөшө – артистарҙың сығыштары саф һауала, мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда, булды.
Мәғлүмәт: Cалауат ҡалаһы хакимиәте сайты.
Фото: vk.com/tk_salavat