

Республика көнөн күп милләтле әлшәйҙәр дуҫ һәм берҙәм ҙур ғаилә булып ҡаршылай. Йомарт төбәк халҡы илһамлы хеҙмәте, матур маҡсаттары, ижади ынтылыштары менән заманса Башҡортостандың йөҙөн билдәләүгә үҙенең тос өлөшөн индерә.
Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан район үҙәге Раевкала тантаналы сара булып үтте. Район башлығы Дамир Мостафин яҡташтарын байрам менән ҡотлап, әлшәйҙәрҙең республика уңыштарына ярайһы өлөш индергәнен билдәләп үтте һәм хеҙмәт уңғандарына, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан хөрмәтле шәхестәргә маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Һәр саҡтағыса, байрам сараһы райондың ижади көстәре әҙерләгән матур концерт менән тамамланды.
Мәғлүмәт сығанағы: район хакимиәте, фото: alshvesti.ru