Йәмғиәт
10 Октябрь 2021, 13:00

Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне

Күп балалы әсәләргә – Һикәяҙ ауылынан Светлана Булатоваға, Таҙтүбә ауылынан Вера Киселеваға, Мәсәғүт ауылынан Зөһрә Яғләмуноваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.

Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеДыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне

Башҡортостан Республика көнө алдынан Дыуан районында хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләүгә арналған тантаналы сара ҙур ваҡиғаға әйләнде, сөнки унда 50-гә яҡын кеше төрлө кимәлдәге наградаларға лайыҡ булды.

Дыуан районы хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев яҡташтарын республиканың төп байрамы менән ҡотлап сығыш яһаны.

– Был күркәм байрам тыуған илебеҙ яҙмышына битараф булмаған, уның үҙенсәлекле тәбиғәтенә һәм данлы тарихына, ата-бабалар еңеүенә һәм бөгөнгө ҡаҙаныштарға һоҡланған барлыҡ кешеләрҙе берләштерә. Күп быуаттар дауамында ауырлыҡтарҙы һәм ҡатмарлы тарихи ваҡиғаларҙы еңеп, Башҡортостан күп нәмәне һаҡлап һәм арттырыуға өлгәшә, әммә иң мөһиме – күп милләттәр араһында килешеүсәнлекте һәм берҙәмлекте, кешеләр мөнәсәбәтендә иң яҡшыһын һаҡлауға. Башҡортостандың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле, – тине сығышында Фаил Рафаэль улы.     

  Сарала “Башҡортостан рустары соборы” йәмәғәт ойошмаһының бүлексә Советы рәйесе – мәҙәниәт бүлеге начальнигы Алексей Свечников Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Шулай уҡ бер төркөм эшсәндәр район хакимиәте Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Улар араһында Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының перинаталь үҙәгенең табип-неонатологы Айгөл Әнүәрйәнова, район дауаханаһының ҡабул итеү бүлексәһенең өлкән шәфҡәт туташы Людмила Кин һәм башҡалар бар.

Сарала күп балалы әсәләргә – Һикәяҙ ауылынан Светлана Булатоваға, Таҙтүбә ауылынан Вера Киселеваға, Мәсәғүт ауылынан Зөһрә Яғләмуноваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды.

Бер төркөм мәғариф хеҙмәткәрҙәре “Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре” билдәһенә, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһына, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” һәм Почет грамотаһына лайыҡ булды.  

Район хакимиәте башлығы райондың алдынғы ауыл хужалығы эшсеһе Салауат Ғафатуллинды 65 йәше менән ҡотланы. Ғөмүмән, Республика көнөнә арналған сараларҙан бер кем дә ситтә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Фото: https://duvan.bashkortostan.ru/presscenter/news/400622/

 

Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Дыуандар хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас