Йәмғиәт
10 Октябрь 2021, 13:30

Хеҙмәт менән яуланған абруй

Павел Ватолинға Мәсетле районының иң юғары наградаһы тапшырылды

Хеҙмәт менән яуланған абруйХеҙмәт менән яуланған абруй
Хеҙмәт менән яуланған абруй

Республика көнө алдынан райондарҙа тантаналы саралар уҙа. Мәсетле районында ла байрамға арналған матур йыйылыш үтте. Унда Республика көнө айҡанлы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы етәксеһе, “Ленинский” хужалығы рәйесе Павел Леонидович Ватолинға  “Мәсетле районының почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем бирелде. Был ҡарарҙы Мәсетле район Советы депутаттары ҡабул иткән. Павел Ватолин районда был маҡтаулы исемгә лайыҡ булған 18-се кеше.

Павел Леонидович 1960 йылда Кесе Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Свердловск ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Ҡулына дипломын алғас, 1982 йылда тыуған яғына ҡайта. Оҙаҡ йылдар үҙҙәрендәге колхозда етәксе вазифаларҙа эшләй, ә 2000 йылда “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе итеп һайлана.

Павел Ватолиндың оҫта идаралығы һөҙөмтәһендә хужалыҡ Мәсетле районында ғына түгел, ә төньяҡ-көнсығыш райондары араһында иң ҙур һәм тотороҡло үҫешкән хужалыҡтарҙың береһе булып тора. Ул  етештереүҙе, хеҙмәт һөҙөмтәлеген, етештерелгән тауарҙың сифатын арттырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эш алып бара.

Уның был эшмәкәрлеге район һәм республика етәкселеге тарафынан лайыҡлы баһаланып тора. Мәҫәлән, Павел Леонидович 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса тауар етештереү өлкәһендә иң яҡшы ауыл хужалығы етәксеһе тип таныла.

Етәксе намыҫлы хеҙмәте менән ауылдаштары, райондаштары араһында һәм республика кимәлендә абруй ҡаҙанған. Ул хужалыҡ мәшәҡәттәре менән генә сикләнмәй, райондың тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, район Советы депутаты булып тора.

Быйыл “Яҡташтар” проектының “Ауыл хужалығы” номинацияһында еңеп сыҡҡан Павел Ватолин еңеүсе дипломы менән бүләкләнде. Шулай уҡ ғаиләһендә лә ул үрнәкле һәм абруйлы атай, тормош иптәше. Ҡатыны Галина Николаевна менән ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәндәрен һөйөп ҡыуаналар.

 Ҡайҙа тыуғанһың, шунда – файҙа килтерәсәкһең, ти халыҡ. Был һүҙҙәр Павел Ватолинға төбәп әйтелгән, сөнки ул үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән тыуған еренең тоғро улы, илһөйәре булыуын эше, изге ғәмәлдәре менән күрһәтә.

Фото: https://mechetly.bashkortostan.ru/presscenter/news/400413/

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас