Йәмғиәт
10 Октябрь 2021, 05:45

Республика көнөн ҡаршылап

Кушнарен районында  мөһим сараны байрам концерты менән билдәләнеләр.

Республика көнөн ҡаршылапРеспублика көнөн ҡаршылап
Республика көнөн ҡаршылап

Кушнарен районында  мөһим сараны байрам концерты менән билдәләнеләр.

Кисә Кушнарен район мәҙәниәт йортонда ауыл хеҙмәткәрҙәре, ауыл берәмектәре, учреждениелар, ойошмалар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ветерандар йыйылғайны.

Сараның тантаналы өлөшөндә ҡунаҡтарҙы  Кушнарен районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы А. Исмәғилев сәләмләне, күптәргә дәүләт наградалары, Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары тапшырылды.

Һәр кем үҙ сығышында шуны билдәләп үтте: республикала бихисап милләт вәкилдәре көн итә, һәммәһе лә татыу һәм берҙәм йәшәй.  Концерт программаһы ла ошоно раҫланы: сәхнәнән төрлө моң-көйҙәр ағылды.

Райондың билдәле коллективтары –  “Ағиҙел моңдары” вокал, “Иштәкәй” ҡурай, “Италмаҫ” фольклор ансамблдәре сығыш яһаны, балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары Фиҙрат Ибәков һәм Рәлиә Нурғәлиеваның дуэты, Гүзәлиә Исламова, Гөлназ Ханнанова кеүек солистарҙың сығыш яһауы сағыу һәм күңелле булды.  Кушнарен ауылындағы Даян Мурзин исемендәге күп профилле профессиональ колледждың “Аркобалено” бейеү ансамбле  сығыштары иһә  (етәксеһе –  Д.Ниғмәтуллина) дәррәү алҡыштарға күмелде.

Байрам сараһы ваҡытында барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлде.

Фотолар рәсми сығанаҡтан. 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас