

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә санитария-эпидемиология хәүефһеҙлеге маҡсатында халыҡҡа вакцина яһау барышын тиҙләтеү, прививка һалдырмаған кешеләр өсөн билдәләнгән сикләү сараларының үтәлешенә контролде көсәйтеү мәсьәләләре ҡаралды.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, вакцина ҡаҙатыусыларҙың ҡәҙимгенән артыуы күҙәтелә.
– Халыҡ был йәһәттән әүҙемләшә. Һуңғы тәүлектә генә лә 18 процентлыҡ үҫеш күренде – прививка яһау пункттарына 23784 кеше килде. Дөйөм алғанда, тәүге компонентты 1338992 кеше һалдырған, ә вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 1221742 кеше. Шуға ҡарамаҫтан, ауырыусылар арта. Республикала коронавирус йоҡторғандар һаны 9 октябргә ҡарата 71650-гә етте. Һуңғы тәүлектә 627 кешелә ауырыу табылды, 23 кеше ошо сирҙән вафат булды, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы вакцина һалдырмағандар өсөн билдәләнгән сикләүҙәрҙең тәүге пакеты – 4 октябрҙән, икенсеһе 12 октябрҙән ғәмәлгә инеүен хәтергә төшөрҙө.
– Прививка ярҙамында ғына коллектив иммунитет булдыра аласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Тик ҡайһы бер муниципалитеттарҙа указ нигеҙендә ҡабул ителгән сикләү сараларын үтәүгә ҡарата яуапһыҙлыҡ күренә.
Республика Башлығы шулай уҡ ҡала-райондарҙа табиптарға һәм амбулатория шарттарында дауаланыусыларға ярҙам итеү өсөн ирекмәнлек штабтары төҙөргә ҡушты.
Фото: glavarb.ru
#коронавирус