

Байрам сараһы айҡанлы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Аҡкүл паркында тантаналы сара ойошторолдо. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров йыйылғандарҙы Республика көнө менән ҡотланы. Ул: “Башҡортостан – сихри, бай тәбиғәт менән бындағы кешеләр гармонияһы. Бында төрлө милләт вәкилдәренең барыһы ла татыу йәшәй. Уларҙың бөтәһен дә бер нимә бәйләй: беҙ – барыбыҙ ҙа Ер планетаһы кешеләребеҙ”.
“Кармаскалинская новь” баҫмаһы хәбәресеһе Венера Ғафарованың хәбәр итеүенсә, тантаналы сарала юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә булғандарҙы, үҙ хеҙмәт бурыстарын өлгөлө атҡарғандарҙы наградлағандар. Күп бала тәрбиәләгән әсәләр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға, әсәлеккә социаль әһәмиәтен күтәреүгә өлөш индереүселәр, шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнгән. Был үҙенсәлекле сара райондағы ижади коллективтарҙың бай йөкмәткеле сығыштары менән үрелеп барған.
Фото, текст: “Кармаскалинская новь”.
#Республикакөнө #Башҡортостан #Деньреспублики