Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 15:15

60 йылдан ашыу бергә!

Закира менән Фәрит Ғәбделмәновтарҙың татыу ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнгән

60 йылдан ашыу бергә!

Дәүләкән районында Республика көнөнә арналған саралар бара.

8 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнө алдынан, район хакимиәтендә ошо билдәле датаға арналған сараларҙың береһе үткәрелде. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов хеҙмәт коллективтары ярҙамында сәнәғәт, ауылы хужалығы, социаль һәм торлаҡ-коммуналь өлкәләрҙә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшелеүе хаҡында белдерҙе. Унда Дәүләкән районы Советы депутаттары, предприятиелар, ойошмалар етәкселәре, ауылы биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Быйылғы саралар районда, эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, ойнлайн форматта ойошторола. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө презентациялар, викториналар, шулай уҡ оҫталыҡ кластары үткәрә.

Байрам алдынан Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Юрий Кузнецов райондағы ныҡлы ғаиләләрҙең береһе, алты тиҫтә йылдан ашыу татыу донъя көткән, һигеҙ бала тәрбиәләгән Закира менән Фәрит Ғәбделмәновтарҙы йәмәғәтселек наградаһы – “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы – менән тәбрикләне. Улар былтыр декабрҙә бриллиант туйҙарын билдәләгән. Ғаилә башлығы  Фәрит Кәбир улы 40 йыл тирәһе “Салауат” колхозында механизатор булып эшләгән. 1975 йылда район үҫеше өсөн индергән тос өлөшө өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Закира Ғосман ҡыҙы мәктәптә эшләгән. Ул I дәрәжә әсәлек һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалдары менән бүләкләнгән.

Әйткәндәй, Республика көнө алдынан дәүләкәндәр, шул иҫәптән Өфө биология институты ғалимдары, ирекмәндәр, Комсомол ауылы эргәһендә зәңгәр шыршылар ултыртылған урында сираттағы экологик акцияны үткәрҙе. Был экологик шәмбе декадниктың һуңғы этабы булды: биләмәләрҙә тәртип урынлаштырыуҙа Ауыл хужалығы, Дәүләкән ҡала ветеринар станцияһы һәм башҡа ойошма вәкилдәре ҡатнашты.

Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова