Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 15:45

“Алға, Башҡортостан!” поезы юлланды!

Хәҙер Мәскәү кешеләре һәм баш ҡала ҡунаҡтары Башҡортостан тураһында күберәк беләсәк! 

“Алға, Башҡортостан!” поезы юлланды!

Бөгөн Башҡортостан үҙенең төп дәүләт байрамын – Республика көнөн билдәләй! Әлеге ваҡытта Өфөләге “Торатау” конгресс-холында ошо көнгә арналған байрам саралары бара. Уның береһе – конгресс-холл залынан онлайн рәүештә телекүпер режимында Мәскәү метрополитенының “Төньяҡ” электр депоһында “Алға, Башҡортостан!” тематик поезды ебәрелде. Поезд Башҡортостан ваҡыты буйынса 14.50 сәғәттә юлға сыҡты. Тематик поезд Өфө ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейына арнала.

Составҡа стартты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.

“Республика көнөндә беҙ мәскәүҙәргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ошондай һәйбәт поезд бирәбеҙ. Мин Мәскәү мэры Сергей Собянинға һәм метрополитен коллективына был башланғысҡа булышлыҡ иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт әйтәм, – тине ул поезды ебәреү тантанаһында. – Минеңсә, был вагондар Мәскәү метроһын төҙөүҙө ҡатнашҡан меңәрләгән яҡташтарыбыҙға хөрмәт билдәһе лә. Поезд беҙҙең тәбиғәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, йолаларыбыҙ, бар Башҡортостан тураһында мәғлүмәт бирһен тип тырыштыҡ. Уның ярҙамында мәскәүҙәр һәм баш ҡала ҡунаҡтары беҙҙең республика тураһында күберәк белерҙәр һәм киләһе ялында Башҡортостанға килергә ҡарар итерҙәр, ә кемдер бөтөнләй йәшәргә күсер тип ышанам.

 “Алға, Башҡортостан!” составы Сокольники линияһы буйлап йөрөйәсәк һәм Мәскәүҙәр менән баш ҡала ҡунаҡтарын Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, иҫтәлекле урындары иҡтисад һәм сәнәғәт уңыштары менән таныштырасаҡ.

Мәскәү метроһы поездын республиканың милли стилистикаһында брендлау буйынса эш Башҡортостан етәкселегенең Мәскәү ҡалаһының транспорт һәм юл-транспорт инфраструктураһын үҫтереү департаменты менән килешеүҙәре һәм берлектәге эшмәкәрлеге нигеҙендә мөмкин булды.

“Алға, Башҡортостан” икешәрләп ҡушылған биш вагондан тора. Һәр береһе бер тематикаға ҡарай: Өфө ҡалаһы һәм уның иҫтәлекле уындары; Башҡортостандың боронғо ваҡыттарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклемге тарихы; башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм фольклоры; Башҡортостан тәбиғәте һәм туризм; иҡтисад һәм сәнәғәт.

Мәскәүҙә Башҡортостан составын ебәреү осраҡлы түгел. Мәскәү метрополитенын төҙөү Башҡортостан халҡының хеҙмәт ҡаһарманлығына тығыҙ бәйле. ЦК ВКП(б) пленумы ҡарары менән 1931 йылдың 15 июнендә метрополитен төҙөү ҡарары ҡабул ителә. Әммә эшсе көстәр етмәй башлай һәм метро төҙөүселәргә ярҙамға Башҡортостан кешеләре килә. Иң күп ирекмәндәр отряды – биш мең самаһы кеше Краснокама районының Николо-Березовка ауылынан киләләр. Район етәкселеге һәм Мосметрострой араһынад социалистик килешеү төҙөлә. Уға ярашлы район буш булған көстәрҙе ебәреп торорға була һәм аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Мосметрострой иһә эшселәрҙе һөнәргә өйрәтә, ә районға уның иҡтисадын нығытыуҙа ярҙам итә.

1933 йылдың 14 мартында 326 кешенән торған тәүге партия юллана, 11 апрелдән - 500, майҙа 1300 кеше. Һөҙөмтәлә, 1933 йылдың июнендә Мәскәү метроһын төҙөгән һәр алтынсы кеше Башҡортотан кешеһе булып сыға. Ә дйөм алғанда, метроның беренсе сиратын төҙөгән саҡта һәр 15-се төҙөүсө беҙҙән була.

Уларҙың күпселеге “Сокольники – Красные ворота” метроның беренсе линияһы шахтаһында, “Комсомол”, “Сокольники”, “Красные ворота” һәм “Красносельская” станцияларында хеҙмәт иткән. Сокольническая линияһы 44 километр оҙонлоғонда, бар линия буйынса хәрәкәт ваҡыты 63 минут тәшкил итә. Унда 26 станция бар, был ғәмәлдәге станциялар һаны буйынса Мәскәү метрополитенындағы иң ҙур линия булып тора.

фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева