Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 16:00

Батыр даны мәңгелек

Ҡырмыҫҡалы районы - халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы.

Батыр даны мәңгелек

Һәр төбәктең үҙ батыры була. Ҡырмыҫҡалы районы иһә халыҡ батырына әйләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған яғы. Ҡырмыҫҡалы районының үҙәгендә лә, тыуған ауылы Шайморатовта ла (Биштәкә) батырҙың тормош юлын өйрәнеү даими дауам итә. Мәҫәлән, былтыр район өсөн мөһим сараларҙың барыһы ла тиерлек генерал-майор исеме менән бәйле булды. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы беренсе тапҡыр “Генерал М.М. Шайморатов” экспозиция-күргәҙмәләр комплексын, Рәсәй Геройының тыуыуына 121 йыл тулыу айҡанлы, Ҡырмыҫҡалы районына тантаналы тапшырҙы. Ошо уҡ көндә ҡырмыҫҡалылар өсөн башҡорт халҡының данлыҡлы батырының тыуған көнөнә арналған музыка һәм әҙәбиәт кисәһе ойошторолдо.

Быйыл йәй Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында “Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” биографик белешмәһе менән таныштырыу кисәһе булды. Әйткәндәй, Ҡырмыҫҡалы районындағы һәр ауылда тиерлек данлыҡлы яҡташтары Миңлеғәле Шайморатов исеме бирелгән урам бар. Шайморатов ауылындағы мәктәп тә уның исемен йөрөтә. Элек “Шайморатов” колхозы булһа, хәҙер ул хужалыҡ “Шайморатов” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тип атала. Бынан тыш, Рәсәй Геройы иҫтәлегенә республика кимәлендә волейбол турниры, көрәш кеүек спорт саралары үткәрелә. Тағы шуныһы һөйөнөслө: 2015 йылда тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды.

Халыҡ үҙ батырҙарын белергә, иҫләргә һәм киләһе быуындарға уларҙың исем-шәрифен, батырлыҡтары, үҙҙәрен аямай, фашистарға ҡаршы күтәрелеүе кеүек мәғлүмәттәрҙе тапшырырға тейеш. Тап ошо осраҡта ғына тарихи үткәндәребеҙ онотолмаҫ.

Фото: news.myseldon.com

Автор:Айһылыу Низамова