Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 09:30

Байрамға – йәнә бер йәмәғәтселек биләмәһе

Республика көнө алдынан Ғафури районының Красноусол ауылында тағы бер йәмәғәтселек биләмәһе барлыҡҡа килде.

Байрамға – йәнә бер йәмәғәтселек биләмәһе

Республика көнө алдынан Ғафури районының Красноусол ауылында тағы бер йәмәғәтселек биләмәһе барлыҡҡа килде.

Красноусол ауылындағы Коммунистик урамдағы аллея “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы сиктәрендә барлыҡҡа килде.

“Был ер участкаһының төҙөкләндерелгәнгә тиклем нисек булғанлығын  бик яҡшы хәтерләйем. Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауыл уртаһындағы урын заманса, балалар һәм спорт майҙансыҡтары булған, хәҙер тағы парк зонаһы урынлашҡан уңайлы киңлеккә әйләнде, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. – Биләмәнең матур һәм уңайлы булыуы – ҙур хеҙмәт емеше. Был – төҫлө фонтанды ҡороу, тротуар брусчаткаһын һалыу, яҡтыртыуҙы, видеокүҙәтеүҙе ойоштороу, “Мин Красноусолды яратам” арт-объектын, архитектураның бәләкәй формаларын ҡуйыу, йәшелләндереү, туҡталҡаға асфальт түшәү”.

Республика көнө алдынан Красноусол ауылындағы М. Ғафури исемендәге майҙанда ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо. Унда төрлө йәшелсә-емеш, ит һәм һөт продукцияһы, бал, дауалау үләндәрен һатып алыға мөмкин ине. Әйткәндәй, был саралар ваҡытында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү менән бәйле санитар-эпидемиологик талаптар үтәлде.

Фото: Ғафури районы хакимиәте.

Автор:Айһылыу Низамова