Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 17:00

Борайҙарҙың уңғанлығы йәрминкәлә сағылыш тапты

Рушан Гәрәев барыһын да Республика көнө, ауыл хужалығы эшсәндәре һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы

Борайҙарҙың уңғанлығы йәрминкәлә сағылыш тапты

Республика көнөнә арналған байрам саралары Борай районы үҙәге Борай ауылының Үҙәк майҙанында шаулап-гөрләп уҙҙы. Ауыл хужалығы йәрминкәһендә теләгән әйберҙе һатып алырға мөмкин ине. Мәҫәлән, Айбулат Шәрифуллин өс литрлыҡ ике банка бал һатып алған, бынан тыш картуф, сөгөлдөр кеүек йәшелсә запастары ла туплаған.

– Быйыл ҡаҙ һәм өйрәк үҫтереү мөмкинлеге булманы, – тип һөйләй Ғәйшә Әсәҙуллина. – Әле етерлек ҡош-ҡорт ите алдым, йәрминкә үҙебеҙҙә ойошторолғас, ныҡ уңайлы.

Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев барыһын да Республика көнө, ауыл хужалығы эшсәндәре һәм етештереү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре менән ҡотланы, ихлас теләктәрен еткерҙе, етештереү тармағында эшләүселәрҙе бүләкләне.

– Ауыл хужалығы – Борай районы иҡтисадынан айырылғыһыҙ, – тине Рушан Ҡәҙим улы. – Ауыл хужалығы эшселәренең фиҙакәр хеҙмәте, һөнәрҙәрен яратыуы – һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ.

Рушан Гәрәев билдәләүенсә, уңғандар һөнәри байрамын яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршылай.

Фото: kultura-buraevo.ru

Автор:Илдар Акьюлов