

Республика көнө айҡанлы Федоровка, Благовар, Бүздәк, Бишбүләк, Миәкә райондарының үҙәк майҙандарында йәрминкәләр асылды һәм сағыу концерттар ойошторолдо. Халыҡ урындағы етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлеген, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙән иген, ҡатнаш аҙыҡ, ит һәм башҡаһын арзан хаҡҡа алып ҡалыу мөмкинлегенән файҙаланды.
Ә бына Благовар районының Ямаҡай ауылында бик үҙенсәлекле байрам үткән – китапхана, ауыл клубтары менән бергә ололар балан йыйыу байрамына сыҡҡан. Сара тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йәштәрҙең иғтибарын йүнәлтеүгә, йолаларҙы тергеҙеүгә йүнәлтелгән. Ололар ошо ерҙәрҙең тарихын һөйләп йырҙар йырлап, йәштәрҙе милли аш-һыу менән һыйланы. Өҫтәлдәге һый-ниғмәт баландан әҙерләнгән ине: бөйөрөктәр, ҡайнатмалар, ҡаҡ, кеҫәл, хатта балан ҡатығы!