Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Октябрь , 11:30

Стәрлебаштар байрамды лайыҡлы ҡаршыланы

Стәрлебаш районында Республика көнө айҡанлы тантаналы байрам сараһы район мәҙәниәт йорто алдында үткәрелде. 

Стәрлебаштар байрамды лайыҡлы ҡаршыланы

Стәрлебаш районында Республика көнө айҡанлы тантаналы байрам сараһы район мәҙәниәт йорто алдында үткәрелде. Был мәҙәниәт усағы биләмәһендәге барлыҡ эштәр “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль программаһы ярҙамында мөмкин булды. “Шуныһы үҙенсәлекле: был майҙансыҡтағы барлыҡ эштәрҙе байрам алдынан атҡарып өлгөрҙөк”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов.

Стәрлебаш районында оҙаҡ йылдар татыу йәшәгән ғаиләләргә “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. Шулай уҡ күптән түгел һөнәри байрамдарын билдәләгән, федераль һәм республика кимәлендәге наградаларға лайыҡ булған уҡытыусылар, үҙ тармаҡтарында яҡшы хеҙмәт күрһәткән, район тос өлөш индергән хеҙмәт уңғандары тәбрикләнде. Стәрлебаштар һәм район ҡунаҡтары өсөн бай йөкмәткеле концерт күрһәтелде, ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо.

Фото: Стәрлебаш районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова