

Беҙ, “Башҡортостан” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Самат Азаматов һәм хәбәрсе Илдар Аҡъюлов – Балтас районында командировкала! Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев райондың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы, шулай уҡ бүтән төрлө яңылыҡтар тураһында һөйләне.
– Балтас районында юлдар торошона иғтибарҙы көсәйттек, – тине Илгиз Ахвас улы. – Республика көнөнә етди әҙерләндек, байрамды яҡшы күрһәткестәр менән ҡаршыланыҡ. Мәҫәлән, Иҫке Балтас ауылында Уҡыусылар аллеяһын астыҡ, хәҙер был урындан халыҡ өҙөлмәй. Бынан тыш, оҙонлоғо биш саҡрымға һуҙылған Көнтүгеш ауылында юл төҙөлдө. Шулай уҡ район үҙәге Иҫке Балтаста гемодиализ үҙәге эшләй башланы.
Илгиз Субушев әйтеүенсә, киләсәктә Иҫке Балтас ауылында “Йәшлек” аллеяһы төҙөләсәк, Иҫке Тимкә ауылында мәсет асыу күҙ уңында тотола. Өҫтәүенә дүрт ауылға йыл аҙағына хәтлем зәңгәр яғыулыҡ индереү эш планына ингән.
Фото: Илдар Аҡъюлов.