Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь , 16:00

Белоретта йәштәр аҙашҡан

Улар Ҡолсоғаҙы ташы тирәһендә йөрөгән...

Белоретта йәштәр аҙашҡан

Белорет районының Абҙаҡ ауылы янында йәш пар юғалған. Билдәле булыуынса, улар Ҡолсоғаҙы ҡаялары тирәһендә йөрөгән.

Был хаҡта «Башинформ» хәбәр иткән. Баҡтиһәң, хәл былайыраҡ булған: Баймаҡтан килешләй йәштәр Белорет районындағы Ҡолсоғаҙы ҡаяһын күреп китмәксе була. Автомобилдәрен ҡалдырып, тауға табан йүнәләләр, әммә кире әйләнеп килгәндә инде эңер төшкән тиерлек була. Һөҙөмтәлә ҡараңғыла сығыр юлды таба алмай, аҙашалар.

Ҡурҡыуға ҡалған йәштәргә ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратыуҙан башҡа сара ҡалмай. Күпмелер ваҡыт уҙғас, Белорет ҡотҡарыусылары килеп, юғалыусыларҙы имен генә үҙ машиналары янына сығарып ҡуя. Был сәйәхәт ғүмерлек һабаҡ булып, уларҙың иҫтәрендә ҡалыр, моғайын.

Автор:Миләүшә Сайтакова