Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь , 18:30

Хәбиров был һорауҙы аҙаҡҡаса көткән

"Һөйләшеү күңелле, иркен барҙы. Әммә..."

Хәбиров был һорауҙы аҙаҡҡаса көткән

Бынан бер нисә йыл элек Милли йәштәр театры артистары Мәскәү ҡалаһында билдәле мәҙәниәт усағында сығыш яһаған. Тамашалар аҙна буйы барыуға ҡарамаҫтан, көн дә зал шығырым тулы булған. Аҙаҡтан иһә артистар баш ҡалабыҙҙа ғүмер иткән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ, шул иҫәптән студенттар менән осрашҡан.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илсур Хәбиров билдәләүенсә, Мәскәү башҡорттарын сәхнә оҫталарының баш ҡалаға тағы ла ҡасан киләсәге ҡыҙыҡһындырһа, студенттар эш хаҡы тураһында һорашҡан. Бынан тыш, Башҡортостандағы, Өфөләге йәшәйеш, артистарҙың ғаилә хәле, балаларының ата-әсәһе юлын һайлау-һайламауы һәм башҡалар хаҡында белешкәндәр.

"Һөйләшеү күңелле, иркен барҙы, – ти Илсур Хәбиров. – Барыһына ла яуап бирергә тырыштыҡ. Шәхсән миңә ҡалһа, “һеҙ үҙегеҙ ниндәй һорауға яуап бирергә теләр инегеҙ, әммә уны бер ҡасан да бирмәйҙәр?” тигән һорауҙы ишетке килгәйне. Аҙаҡҡаса көттөм. Һүҙ ҙә юҡ, киләсәктә Мәскәүгә йәнә гастролдәр буласаҡ, тап шул саҡта бирерҙәр тип өмөтләнәм.

Фото: Илсур Хәбиров.

Автор:Илдар Акьюлов