Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Октябрь , 16:15

Көҙгө-ҡышҡы миҙгелде имен үткәрәйек

"Кешеләргә тәбиғәт “сюрприздары” тураһында ваҡытында хәбәр итегеҙ. Водителдәр уларҙы юлда нимә көткәнен алдан белеп торорға тейеш", - тине Радий Хәбиров.

Көҙгө-ҡышҡы миҙгелде имен үткәрәйек

Федераль һәм республика әһәмиәтендәге автомобиль юлдарын көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә уңышлы эксплуатациялау өсөн Башҡортостанда тейешле саралар планы раҫланған һәм оператив штаб булдырылған. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев әйтте.

– Яуаплы ойошмалар муниципалитеттар менән берлектә дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарында мөмкин булған ҡар һырынтыларын һәм башҡа хәүефле тәбиғәт күренештәре эҙемтәләрен бөтөрөүгә әҙерлекте башланы. Шулай уҡ кәрәкле юл техникаһын ала башланыҡ, – тине министр. – Республиканың юл хужалығы идаралығында тәүлек әйләнәһенә ситуация үҙәге эшләй, “Приуралье” һәм “Башкиравтодор” федераль автомобиль юлдары идаралығында – диспетчер үҙәктәре. Ғәҙәттән тыш хәлдәр була ҡалһа, транспорт саралары хәрәкәтен ваҡытлыса сикләйәсәкбеҙ, был турала киң матбуғат саралары, социаль селтәрҙәр, мәғлүмәт таблолары аша иҫкәртәсәкбеҙ. Юл ойошмалары бөгөндән эшселәрҙе һәм водителдәрҙе ял иттереү һәм йылытыу өсөн биналар, техника өсөн йылы туҡталҡалар, боҙға ҡаршы көрәш сараларын һаҡлау өсөн базалар әҙерләй.

Башҡортостан Башлығы министрлыҡҡа төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән берлектә кәрәк булған саҡта оператив рәүештә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы һауа шарттарының насарланыуы тураһында иҫкәртеүҙе ойошторорға ҡушты.

– Беҙ һеҙҙең менән Уралда йәшәйбеҙ, климатыбыҙ ҡатмарлы, – тине Радий Хәбиров. – Кешеләргә тәбиғәт “сюрприздары” тураһында ваҡытында хәбәр итегеҙ. Водителдәр уларҙы юлда нимә көткәнен алдан белеп торорға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева