Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь , 17:45

Дүрт көн рәттән ял итәбеҙ!

Сираттағы оҙайлы ялдар ҡасанға тура килер?

Дүрт көн рәттән ял итәбеҙ!

Билдәле булыуынса, 4 ноябрҙә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы быйыл беҙҙе дүрт көн рәттән ял көтә.

Был турала “Российская газета” баҫмаһы хәбәр итә. Быйыл 4 ноябрь кесаҙнаға тура килә. Шулай уҡ йоманы ла ял көнө итәсәктәр. Унан һуң килгән шәмбе менән йәкшәмбе лә эшкә бармаясаҡбыҙ. Эшләмәй торған көндәр өҫтәмә ял көнө иҫәбенә оҙайтыла.

Әйткәндәй, 3 ноябрҙә Рәсәй халҡын ҡыҫҡартылған эш көнө көтә. Шулай булғас, ноябрь башына планлаштырылған отпуск та оҙайтыласаҡ. Законға ярашлы, эш биреүсе хеҙмәткәрҙәргә тағы бер ял көнө өҫтәүҙән баш тарта алмай.

Халыҡтар дуҫлығы көнө – дәүләт байрамы, ул йыл һайын 4 ноябрҙә билдәләнә. Ғәҙәттә, был көндә акциялар, концерттар ойошторола.

Быйыл унан һуңғы оҙайлы ялдар рәсәйҙәрҙе Яңы йыл осоронда көтә. 2021 йылда 31 декабрь ял көнө тип иғлан ителде, ә Яңы йыл байрамы 1-нән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.

Фото: m.fotostrana.ru

Автор:Альфия Мингалиева