Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь , 22:45

Ә һеҙҙең ауылда интернет бармы?

Ауыл йәки ҡасаба проектҡа инһен һәм 4G (LTE) мобиль элемтәһе менән тәьмин ителһен өсөн улар өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш бирергә кәрәк.

Ә һеҙҙең ауылда интернет бармы?

Республика кешеләре 2021 йылдың 15 ноябренә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталында кәрәҙле бәйләнеш булмаған ауылдарҙы 2022 йылда күсмә радиотелефон бәйләнеше һәм юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу өсөн тауыш бирә ала. Был маҡсатта махсус формалы бүлек порталда асылған да.

"Ауыл йәки ҡасаба проектҡа инһен һәм 4G (LTE) мобиль элемтәһе менән тәьмин ителһен өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш бирергә кәрәк. Сарала халҡы һаны 100-ҙән 500-гә тиклем булған Башҡортостан ауылдары ҡатнаша ала. Һайлауҙың бындай критерийҙарын Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы билдәләгән, – тине Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – Республиканың ҙурлығын иҫәптә тотоп, ведомство беҙгә 2022 йылға 130 ауыл билдәләне. Был илдәге иң ҙур күрһәткес булып тора".

Тауыш биреүҙә Мәскәү менән Санкт-Петербугтан башҡа (ҡалалар был программаға инмәй) бөтә төбәк кешеләре лә ҡатнаша ала. "Бының өсөн граждандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы һәм республика биләмәһендә даими теркәлеүе булырға тейеш", – тине министр.

Теге йәки был сәбәптәр буйынса электрон тауыш бирә алмағандар өсөн ҡағыҙ хат ебәреү мөмкинлеге лә ҡаралған, уларға Рәсәй почтаһы аша Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына түбәндәге адрес буйынса хат ебәрәргә кәрәк: 123112, Мәскәү ҡалаһы, Пресненск яр буйы (Пресненская набережная) урамы, 10-сы йорт, стр. 2. Хатта исем-шәриф, даими йәшәгән урын һәм тауыш бирергә теләгән ауыл исеме булырға тейеш.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса 2000 ауылдан торған исемлек баҫыласаҡ, улар киләһе йылда “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” программаһы буйынса интернетҡа тоташтырыласаҡ. Шулай итеп, 2022 йылда 4G менән файҙаланыу мөмкинлеген халыҡ һаны 100-ҙән 500 кешегә тиклем булған ауылдарҙың 10 проценты аласаҡ, ә 2024 йылда был күрһәткес 30 процентҡа тиклем етәсәк тип көтөлә.

Һанлы тигеҙһеҙлекте юҡҡа сығарыу программаһын илдең Һанлы үҫеш министрлығы һәм “Ростелеком” компанияһы 2014 йылдан алып тормошҡа ашыра.

Фото: "Башинформ".

 

Автор:Альфия Мингалиева