Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь , 13:00

"Пистолеттан атһам, коронавирусың бөтә..."

Полиция хеҙмәткәрҙәре был ҡатындың эҙенә төшкән дә инде.

"Пистолеттан атһам, коронавирусың бөтә..."

Коронавирус менән ауырып китеүҙән ҡурҡҡандарҙы Өфөнән үҙен Лада тип таныштырған ҡатын бик сәйер алым менән дауалай икән - ысын пистолеттан атып «блок» ҡуя. Пулялары төрлө үләндән, тоҙҙан эшләнгән. Был хаҡта «КП-Өфө» баҫмаһы хәбәр иткән.

Бағымсы кесерткәндән яһалған пуляларҙы башына таҫтамал ябынып ултырғыста ултырған кешенең ҡайһы ере ауырта, шунда тоҫҡап ата. Шул рәүешле, йәнәһе лә, баҫып алған сирҙе ҡурҡыта. Ул ғына ла түгел, аҙағынан ниндәйҙер шыйыҡса һибеп, яндырып ҡуя, быныһы инде сирҙе тулыһынса еңеү өсөн эшләнә, тип раҫлай ҡатын.

Бағымсының был «дауалау» ысулдары һөҙөмтәле булғанына ышаныуы ҡыйын, әлбиттә. Эске эштәр министрлығы ҡатындың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып, тикшереү эшен башлаған да инде.

Автор:Миләүшә Сайтакова