Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Октябрь , 09:00

"Теге өсәү"гә Мәскәүҙән киләләр!

Эйе, өс бер туғандың яҙмышы менән НТВ телеканалынан ҡыҙыҡһыналар икән. Нимәгә мохтаждар, нимә алып киләйек тип тә һорағандар, ти.

"Теге өсәү"гә Мәскәүҙән киләләр!

Тормош булғас, төрлөһө була. Яҙмыштың да ҡапыл ғына үҙгәреп китеүе бар. Әбйәлил районынан Ҡунаҡҡоловтар тураһында һүҙебеҙ.

Инвалид туғандарҙың проблемаларына иң беренсе йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп иткән хәбәрсе Рәхимә Мусина һуңғы яүылыҡтар менән таныштырып тора.

Әле ул сәхифәһендә: "Бер аҙ күңелһеҙерәгенән башлайым: Идиәбеҙ (клуб мөдире Идиә Ғәлимова) аҙна тирәһе элек ауырып дауаханаға барып эләкте, эш туҡтап ҡалғандай булды. “Хәлем яҡшыра башланы, тик ятмайым, егеттәрҙең мәсьәләләрен хәл итергә тырышам, әле һәйбәт адвокат таптым”, - тип яҙҙы. Ҡунаҡҡоловтарҙың өйөнә бәйле суд аша хәл итә торған проблема тыуған икән. Ә Йәнекәйҙә эш гөрләй, санузел ошо арала әҙер була, егеттәр, ҡыуанып, яңы телефон аша видеолар һалып тора, ти. Һәм тағы бер яңылыҡ: Мәскәүҙән НТВ каналынан киләбеҙ тип шылтыратҡандар, хатта нимә алып барайыҡ тип һорағандар. Бына шулай, беҙ өсәүҙең теге өсәүе Рәсәй кимәленә сыға!" – тип яҙған.

Халыҡ комментарийҙарҙа был эштәрҙе хуплай, битараф булмағандарға, ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт әйтә. Зина Әхмәтйәнова: "Афарин, ҡыҙҙар! Яҡшы хәбәр менән ниңә уртаҡлашмаҫҡа ти? Өсәүһенә лә аккумуляторлы коляска алып килһендәр НТВ-лар. Магазинға, саф һауала йөрөһәләр ҙә, арытмай. Зыйлап, машина кеүек китә лә бара", – тигән. Зилә Степанова-Татлыбаева: "Маладис, ҡыҙҙар! Беҙҙе яңылыҡтар менән таныштырып бараһығыҙ. Эшләгән изгелегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтһын", – тип өҫтәгән. Ярҙам ҡулы һуҙғандарҙың береһе, хәбәрсе Рәмзиә Кәримова иһә хәлгә нығыраҡ асыҡлыҡ индергән: "Изге теләктәр, йылы һүҙҙәр юллағандарға рәхмәт! Федераль каналдарға килгәндә, улар менән эшләгән коллегамдан Беренсе канал хәбәрселәрен саҡырыуын үтенгәйнем, улар әлегә өндәшмәй. НТВ алдараҡ ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Ниндәйҙер ҙур ярҙам күрһәтә алырҙармы, юҡмы – әйтә алмайым, сөнки журналистың эше репортаж әҙерләү, ҡалғаны үҙенең теләгенән генә тора. Ярҙам итеү өсөн эш араһында ваҡыт табып шөғөлләнер кәрәк бит. Әле һыу менән канализация булды, һүҙемде йыҡмағаны өсөн Хөкүмәт Премьер-министры уррынбаҫары Азат Бадрановҡа рәхмәт! Телефондың берәүһе тапшырылды, икенсе телефон һәм таҡта барып етә алмай әле, Рәфисте беренсе төркөмгә күсереүгә лә, бушлай коляска юллауға ла документтар әҙерләйбеҙ. Бөтәһенә лә ваҡыт кәрәк: ҡайҙалыр шылтыратырға, кәрәкле кешеһен табырға, онотмаһындар өсөн һорашып торорға".

Һәр кем уңайлы йәшәү шарттарына хоҡуҡлы. Һау кеше уларҙы үҙе лә булдыра ала. Ә кемдер ярҙамға ныҡ мохтаж. Ҡунаҡҡоловтарҙың йәшәйеше тураһында бынан алда ла таныштырып барғайныҡ инде:

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-10-06/tu-andar-y-m-sh-te-k-p-le-2532135?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Артабан да яҡшы яңылыҡтар ғына көтөп ҡалабыҙ. 

Фото: "Бәйләнештә" социаль селтәре.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова