Йәмғиәт
14 Октябрь 2021, 16:00

Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?

"Шундай ҡурҡыныс күренеш күҙ алдына килеп баҫа: берҙән-бер көн һәйкәл, ауырлығын күтәрә алмай, Ағиҙелгә ишелеп төшөргә мөмкин".

Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?

Әгәр ҙә Өфөнөң, тотош Башҡортостандың символы булған, Европала иң ҙурҙан һаналған атлы статуяны рәткә килтермәһәк, бер көн килеп уны юғалтыу ҡурҡынысы бар.

Урыны-урыны менән тутыға, сәрпәкләнә башлаған мәғрур ат һыны, Салауат батырҙың ихтыярлы йөҙө... Был күренеш ниндәйҙер фантазияға ҡоролған фильм кадрҙары түгел, ә ысын фото, видеоһүрәттәр. Яҡындан, төрлө ракурстан төшөрөлгән ысынбарлыҡты ҡарағас, Салауат Юлаев һәйкәленә реконструкция кәрәккәненә бер тамсы ла шик ҡалмай. 1967 йылдан алып күпме ваҡыт үткән бит...

Милли батырыбыҙ һәйкәленә реконструкция үткәреү хаҡында һүҙ сыҡҡас, йәмәғәтселек урынһыҙ хафаға ҡалды, социаль селтәрҙәрҙә төрлө имеш-мимеш һүҙ ҡуйырҙы, йәнәһе, Салауатты кире урынына ҡуймауҙары ихтимал. Ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ошондай хәбәрҙәрҙе туҡтатыу маҡсатында, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов кисә йәмәғәтселекте асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙы. Был сара бөгөн ойошторолдо ла. “Башҡортостан” дәүләт концерт залының конференциялар залында үткән һөйләшеүгә мәҙәни мираҫты һаҡлау өсөн яуаплы етәкселәр, билдәле ғалимдар, һынлы сәнғәт өлкәһе белгестәре, йәмәғәтселек вәкилдәре саҡырылды. Танылған скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков та видеобәйләнешкә сығып, һәйкәл яҙмышына бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты, белгес күҙлегенән сығып, уға реконструкция кәрәклеген дәлилләне.

“Сатнаған урындарынан ҡоштар инеп, шунда оя ҡора. Һәйкәл аҫтындағы ер ҙә яйлап убыла. Шундай ҡурҡыныс күренеш күҙ алдына килеп баҫа: берҙән-бер көн һәйкәл, ауырлығын күтәрә алмай, Ағиҙелгә ишелеп төшөргә мөмкин. Физика ҡанундары бик теүәл эшләй. Шуға күрә беҙҙең бурыс – һәйкәлде быуаттарға етерлек итеп һаҡлау. Яңы технологияларҙы ҡулланып йүнәткәндә, ул тағы ла дәүерҙән ашыу ремонтһыҙ тора аласаҡ. Баш ҡаланың символын иғтибарһыҙ ҡалдырыу - иң насары”, – тине сығышында Азат Бадранов.

Алда әйтелгәнсә, экран аша күрһәтелгән күңелһеҙ кадрҙарҙы ҡарағас, бының ысынлап та шулай икәненә залда ултырған һәр кем инанды (фотохәбәрсебеҙ Айрат Нурмөхәмәтовтың фотоларында ла һәйкәлдең хәле асыҡ күренә).

Ҡоролманы реконструкциялау эшен яҡынса киләһе йылдың май айы тирәһендә башлау күҙаллана.

Вице-премьерға йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, ғалимдар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе һәм аныҡ, хәүефләнеүгә урын ҡалдырмаҫлыҡ теүәл яуап алды.
Ремонт эштәре йәмәғәт советы күҙәтеүе аҫтында барасаҡ. Унда халыҡ араһында хаҡлы абруй яулаған шәхестәр инәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ошондай кешеләрҙе туплаған исемлек әҙерләй - ул йәмәғәтселек фекеренән сығып төҙөләсәк. Был реконструкция эштәренең асыҡ барасағы тураһында һөйләй, халыҡ араһында һәйкәлгә ҡағылышлы төрлө борсолоуҙарға урын ҡалдырмай.

“Радий Фәрит улы ла һәйкәл яҙмышы, халыҡтың хәүефләнеүе өсөн борсола. Йәмәғәтселек менән ошондай асыҡ һөйләшеүгә йыйыу фекерен дә ул әйтте”, – тине Азат Бадранов.

Һөйләшеү бик ыңғай тамамланды, йәмәғәтселек вәкилдәре үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Батырҙың һәйкәле реконструкцияланырға тейеш. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ тип баһаланған скульптураны киләсәк өсөн һаҡлап ҡалыу бурысы тора, һәм бында бер ниндәй ҙә сәйәси мәғәнә эҙләргә кәрәкмәй – шуны һәр кем асыҡ аңлаһын ине.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Асыҡ һөйләшеү нисек үтте?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас