Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь , 09:00

“Билайн” тешләне...”

Малай сынаяҡты бер нисә тапҡыр шәп-шәп асып ҡараны ла йәнә ябып ҡуйҙы. Ҡыҙыҡһыныуын һис туҡтата алмағас, тағы сынаяҡты асып ҡараны һәм...

“Билайн” тешләне...”

Йәмле йәй уртаһы. Эҫе ҡояш нурҙарын тотош донъяға тарата. Һауала бер болот әҫәре күренмәй. Бер ямғыр бөртөгө төшмәй, исмаһам.

Ауылдағы балалар ғына, бер нимәгә иғтибар итмәй, гөр килеп уйнай. Улар эргәһендә төрлө төҫтәге күбәләктәр өйрөлә. Бәләкәстәр араһында Ильяс исемле малай бар. Ҡаланан өләсәһенә килгән бала төрлө ҡыҙыҡ-мәҙәктәре, ғәжәп һүҙҙәре менән барыһының да иҫтәрен китәрә, уның күҙәтеүсәнлегенә, аҡыл-зиһененә хайран ҡалалар.

Беренсе көндө үк малай өләсәһенең тауыҡтарына исем ҡушып бөттө, хатта әтәсте лә “Петя” тип йөрөтә башланы. Ә бер көндө Ильяс баҡсала уйнаған саҡта “ж-ж-жж” тигән тауышты ишетеп ҡалды ла уның ҡайҙан сыҡҡанлығын эҙләй башланы. “Әһә... Һин анау ҙур һары сәскә эргәһендә өйрөләһеңме? Вертолетҡа оҡшаған икән”, – тип уйлап алды ла малай, уны артабан күҙәтеүен дауам итте.

Бәләкәскә йылғыр бөжәк оҡшап ҡалды. Бала, әлбиттә, уның һағыҙаҡ икәнлеген белмәй ине әле. Ә тегенеһе малай тирәһендә өйрөлөп-өйрөлөп осоп йөрөнө лә, баҡса уртаһына ҡуйылған өҫтәлгә барып “ҡунаҡланы”. Ильяс та аптырап ҡалманы, үҙе матур тип иҫәпләгән бөжәк эргәһенә йүгереп барҙы ла өҫтәлдә торған сынаяҡ менән уны ҡаплап ҡуйҙы һәм һағыҙаҡтың осоп сығырға тырышып зырылдаған тауыш сығарыуын шым ғына тыңлай бирҙе.

Малай сынаяҡты бер нисә тапҡыр шәп-шәп асып ҡараны ла йәнә ябып ҡуйҙы. Ҡыҙыҡһыныуын һис туҡтата алмағас, тағы сынаяҡты асып ҡараны һәм тегенеһе уның бармағын сағып та алды.

Ҡото осҡан, ауыртыуға түҙә алмаған бала ҡысҡыра башланы. Уның тауышына өләсәһе өйҙән йүгереп килеп сыҡты. “Нимә булды, Ильяс?” тип һорағас, малай: “Билайн” тешләне”, – тип илап ебәрҙе...

Өләсәһе Ильясҡа был ҡараһыу, һарғылт төҫтәге бөжәктең һағыҙаҡ икәнлеген, уның сағыу мөмкинлеге, шуға һаҡ булырға кәрәклеге хаҡында аңлатып бирҙе. Ә аҙаҡ ул ейәненең һағыҙаҡты “Билайн” тип атауына йылмайҙы һәм: “Фантазияһы шәп тә инде Ильясымдың”, – тип уйлап ҡуйҙы.

Фото: wallhere.com

Автор:Айһылыу Низамова