Йәмғиәт
14 Октябрь 2021, 17:45

Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнәбеҙ

Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнәбеҙӨфөнөң 450 йыллығына әҙерләнәбеҙ
Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнәбеҙ

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда төҙөкләндереү, транспорт инфраструктураһы объекттары исемлеге, бина фасадтарын ремонтлау һәм архитектур яҡтыртыу буйынса фекер алыштылар.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иң элек Өфө парктарын һәм скверҙарын яңыртыу планын ҡараны.

– Киләһе йыл Совет майҙанын реконструкциялауҙы тамамлайбыҙ, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков. – Бынан тыш, Черниковкалағы Нефтехимиктар паркын төҙөкләндерә, Инорстағы Йылы күле ярында, Дан бульварында төҙөлөш-монтаж эштәрен башлайбыҙ.

Төбәк Башлығының йәмәғәт киңлеген һәм ҡала мөхитен үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова Өфөнөң тарихи үҙәгенең һәм Глумилин биҫтәһенең нисек үҙгәрәсәге тураһында һөйләне.

– Беҙ “Өфө – уникаль райондар ҡалаһы” тигән тезистан сығып эш итәбеҙ. Быйыл өфөләр өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған Затондағы “Тулҡын”, “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһендәге “Көньяҡ”, Сипайловолағы “Ҡашҡаҙан”, Черниковкалағы “Беренсе Май” парктарында эште тамамлайбыҙ, – тине ул. – Ҡала үҙәге һәм Глумилин биҫтәһе – эшебеҙҙең киләһе этабы.

Мәҫәлән, баш ҡаланың үҙәк өлөшөндә юлды төҙөкләндереү, биналарҙың фасадын ремонтлау, ял зоналары булдырыу, Октябрь революцияһы урамын һәм Коммунистик урамдағы юл айырсаһын реконструкциялау күҙаллана.

Глумилин биҫтәһендә заманса автомобиль юлы селтәре һәм социаль объекттар – балалар баҡсалары, мәктәптәр, бассейн, Спорт көрәше үҙәге барлыҡҡа киләсәк.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Радмил Мөслимов кәңәшмәлә юлдар һәм яһалма ҡоролмалар төҙөү, реконструкциялау, капиталь ремонтлау буйынса пландар менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы Өфө ҡалаһы хакимиәтенә һәр объект буйынса юл картаһын әҙерләргә, төҙөлөш-монтаж эштәренең срогын ҡәтғи үтәргә ҡушты.

– Юбилей тантаналарына тиклем ваҡыт күп ҡалманы, атап әйткәндә, 2022, 2023, 2024 йылдарҙа өс төҙөлөш циклы. Шуға күрә беҙ маҡсаттарҙы, бурыстарҙы һәм уларҙы ваҡытында үтәү зарурлығын аңларға, шулай уҡ финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекттарына ярашлы, федераль бюджет аҡсаһын әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк.

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146711.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146711.html

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас