Йәмғиәт
14 Октября 2021, 18:00

Маҡсат бер – һаҡлап ҡалырға һәм хаталанмаҫҡа!

"Атайым бит юҡҡа ғына миңә ошо исемде бирмәгән". Күренекле скульптор Салауат Щербаков Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға бәйле фекерен белдерҙе.

Маҡсат бер – һаҡлап ҡалырға һәм хаталанмаҫҡа!Маҡсат бер – һаҡлап ҡалырға һәм хаталанмаҫҡа!
Маҡсат бер – һаҡлап ҡалырға һәм хаталанмаҫҡа!

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадрановтың Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға бәйле асыҡ һөйләшеү үткәргәнен, унда видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаковтың да ҡатнашҡанын хәбәр иткәйнек.

Билдәле скульпторҙың тамырҙары – Башҡортостанда. Ул - 40-тан ашыу монументаль һәйкәл авторы. Күренекле скульптор батыр һәйкәлен йүнәтеүгә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Һөйләшеүҙә төрлө яҡтар ҡатнашыуы яҡшы. Халыҡтың рухи мираҫына ҡарата борсолоуҙар күп яңғыраны. Салауат Юлаев образы башҡорттар өсөн бына шундай юғары кимәлдә мөһим! Үҙ атайым аша ла быны хәтерләйем, ул бит юҡҡа ғына миңә ошо исемде бирмәгән. Шуға хәл итәйек: һәйкәл реставрацияға мохтажмы, юҡмы? Яуап көн кеүек асыҡ. Ул һаҡлап ҡалынырға тейеш – бының менән бөтәһе лә килешә. Бер нәмә лә килеп сыҡмаһын әйҙә, тип уйлаған ниндәйҙер ойошма йә яман кеше юҡ, тип иҫәпләйем. Башҡортостанда ундай персонаждың булыуы ла мөмкин түгел. Бөтәһенең дә маҡсаты бер – һаҡлап ҡалырға һәм хаталанмаҫҡа! Тәрән тикшеренеүҙәр үткәрелгән, проект әҙер, әле раҫлана — быныһы ла билдәле.

Һәйкәлде алмаштырыу ихтималлығы тураһында. Ысынлап та, ҡайһы бер ерҙә шулай эшләгәндәре мәғлүм. Мәҫәлән, Флоренциялағы Микеланджелоның мәрмәр "Давид"ы дүрт йөҙ йыл торғандан һуң, уны һаҡлау маҡсатында Художество академияһына алып ҡуйып, урынына күсермә ҡуялар. Парижда ла мәрмәр статуяларҙы Луврға алалар һәм шулай уҡ күсермә менән алыштыралар. Әммә Өфөлә суйындан ҡойолған төп нөсхә торасаҡ.

Техник яҡтан ҡарайыҡ. Беренсе хәүеф – ер аҫтында, йәғни тупраҡ, тау битләүе, постаментҡа ҡағылған һорауҙар. Икенсеһе – каркастың иҫкереүе. Скульптураларҙың эсе ҡыуыш була, улар ике нәмәнән тора: эске нигеҙ һәм тышҡы яҡ, "ҡабыҡ" тиергә мөмкин. Үҙ ваҡытында атаҡлы "Эшсе менән колхозсы ҡатын" һәйкәлен дә каркас арҡаһында реставрацияларға тура килгән, ә тышҡы яғы – титандан. Ә Салауат Юлаев һәйкәле ғәҙәти булмаған материалдан – суйындан эшләнгән. Ул 60-сы йылдарҙа скульптура өсөн яңылыҡ булған. Суйын тутыға. Хәҙер каркасты тутыҡмай торған материалдан эшләйҙәр.

Скульптураға ҡағылышлы проблемалар хаҡында һөйләшәйек. Бында иң мөһиме – уның терәүе. Римда Марк Аврелийға ҡуйылған һәйкәл менән шулай килеп сыҡҡан: статуя өс нөктәгә терәлеп тора, ә ваҡыт үтеү менән спираль буйынса бөгөлә башлай. Тәүге хәленә ҡайтарыу өсөн компьютерҙа моделләштерәләр. Әле Петербургта Николай Беренсенең һәйкәлен йүнәтәләр, уны йылыға, махсус бинаға урынлаштырғандар. Салауат һәйкәлен шул уҡ урында реставрациялау көтөлә, һәм был мөмкин дә.

Реставрация өсөн нимә кәрәк? Күтәрә торған ҡоролмалар һәм каркасҡа барып етеү мөмкинлеге. Тышҡы яҡтан сатнаған урындар косметик етешһеҙлекте аңлатһа ла, шулай уҡ мөһим.

Шулай итеп, өс этап: тупраҡ-постамент, каркас һәм тышҡы күренеше. Конденсатты, йәғни электр парҙарын булдырмау, сөнки ул да коррозияға илтә.
Әле белгестәрҙе тыңлап ултырғандан шул аңлашыла: Өфөлә был мәлдәр шул тиклем тәрән өйрәнелгән, теманы ныҡ яҡшы беләләр. Йәмәғәтселек яғынан булышлыҡ, аңлау булһа, барыһы ла килеп сығыр. Ышаныс күрһәтһәләр, яуаплылыҡ та шул тиклем нығыраҡ арта", – тип фекерен еткерҙе билдәле скульптор.

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас