Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь , 15:05

Тарихи ваҡиғаға әҙерләнәбеҙ

Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйҙы.

Тарихи ваҡиғаға әҙерләнәбеҙ

Республика Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда Башҡортостанда Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенең 210 йыллығына әҙерләнеү һәм уны үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, киләһе йылда ошо тарихи датаға арналған саралар үткәреү ҡарала. Башҡортостан Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын, саралар планын төҙөргә һәм раҫларға ҡушылды.

Указдың үтәлешен контролдә тотоу Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Фото: ufacitynews.ru

Автор:Лилия Давлетбакова